Тылсымлы ат Аҡбуҙат, көҙгө урман, һалдат-һаҡсы булһынмы - сағыу төҫтәр менән яһалған һәр бер рәсем журнал уҡыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҡарашын иркәләй, кәйефен күтәрә.
Афарин, кескәйҙәр! Был баҫма һеҙҙең ижади булмышығыҙға дәрт-дарман өҫтәһен, ҡомарығыҙҙы арттырһын! Киләсәктә лә яңынан-яңы эштәрегеҙ менән беҙҙе һоҡландырып тороуығыҙҙы теләйбеҙ!
Зәмилә Ғайсина,
"Иң шәп өләсәй" конкурсы ҡатнашыусыһы.