Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
11 Сентябрь , 10:06

Милли кейем көнө алдынан

Зөлхизәгә был матур кейемде әсәһе Зөлфирә апай Буранбаева бер төн эсендә тегеп кейҙергән! Афарин!

Милли кейем көнө алдынан
Милли кейем көнө алдынан

Милли кейем кейеп килде
Бөгөн беҙҙең Зөлхизә.
Күҙ теймәһен буй-һынына,
Күлдәге, һай, килешә!!!

Камзул, башлыҡ, түшелдерек -
Күҙҙең яуын алалар!
"Башҡорт ҡыҙы килә," - тиеп ,
Һоҡланып та ҡалалар.

Байрам көнө бик шатланып
"Әкиәт"кә ашығып килгән.
Милли кейем байрамы, тип,
Милли кейемен кейгән.

Алтын ҡуллы әсәй генә
Ҡыҙы-ҡыҙыҡайы өсөн
Күҙ нурҙарын, һөйөүен,
Һис йәлләмәй төн түккән.

 

Тәрбиәсе апайы
Гүзәлиә Дәүләтбирҙина.

Милли кейем көнө алдынан
Милли кейем көнө алдынан
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас