Баҫмабыҙҙың 1-се һанында Бүздәк районы балаларының һүрәттәре урын алғайны. Ғинуарҙа "Аҡбуҙат" журналын ойоштороусыларҙың береһе, уның беренсе баш мөхәррире Факиһа Туғыҙбаеваның тыуған көнө билдәләнгәс, балалар үҙ рәсемдәрен әҙибәнең ижадына арнаны. Ә Искәндәр Дәүләтбаев менән Марат Мөрсәлимов Факиһа Һаҙый ҡыҙының портретын эшләп ебәргәйне. Бик оҡшатҡан балалар, шулай бит?
Журнал биттәрендә үҙ рәсемдәрен күрергә теләүселәр ижади эштәрен беҙҙең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмгә ебәрә ала!