-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
23 Июль , 13:44

Кескәйҙәр көлдөрә

Кескәйҙәр йыш ҡына фәһемле фекерҙәр, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр әйтеп ҡуя. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен уҡып, көлөп алайыҡ.

Кескәйҙәр көлдөрә
Кескәйҙәр көлдөрә

***
- Мин балалар баҡсаһынан һуң ҡайҙа барам?
- Мәктәпкә.
- Унан һуң?
- Институтҡа?
- Унан?
- Әрмегә.
- Аҙаҡ?
- Кәләш алаһың.
- Ә ҡасан йәшәргә һуң миңә?!

 

***
4 йәшлек малай әйтә икән:
- Минең ҙурайғым килмәй.
- Ни өсөн?
- Минең ят берәй ҡатын менән йәшәй башлағым килмәй. Уға йөҙөк тә алыр кәрәк. Ә минең мотоцикл алғым килә!

 

***
Кескәй ҡыҙ әсәһенә әйтә икән:
- Әсәй, әйҙә минең мендәремә ят, бергәләп минең төштө ҡарарбыҙ!

 

***
Ҡыҙы атаһына әйтә икән:
- Атай, әйҙә уйнарға!
- Ваҡытым юҡ.
- Ни өсөн?
- Эшләр кәрәк.
- Ә ни өсөн эшләр кәрәк?
- Аҡса кәрәк.
- Аҡса нимәгә?
- Һине ашатыр өсөн, мәҫәлән.
Ҡыҙы, бер аҙ уйланып торғас:
- Атай, минең әлегә ашағым килмәй, шуға әйҙә уйнарға!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: