Башҡортса өндәш балаңа —
Хәйерле көндәр телә.
Әсәй башҡортса һөйләшһә,
Бала башҡортса белә.
Атай башҡортса һөйләшһә,
Бала аңлай үҙ халҡын.
Бикләп ҡуйма мең йоҙаҡҡа
Ата - бабалар хаҡын.
Әкиәт һөйлә балаңа —
Унда батырҙар еңә.
Яҡшылыҡ маяҡ булыуы
Ул сабый саҡтан һеңә.
Шәжәрә төҙө балаңа —
Ниндәй ҡеүәтле тамыр!
Бер ҡәүемдең вариҫтары
Бер- берен һәр саҡ таныр.
Башҡортса ярат балаңды —
Һөйөп ал арҡаһынан.
Бала наҙҙы һәр саҡ көтә
Әсәһе, атаһынан.
Башҡайынан да һыйпап ал,
Ул яратыуҙы тойһон.
Мөхәббәтле был донъяла
Йәненә һөйөү тулһын.
Минең ейән-ейәнсәрҙәрем: Аиша менән Аслан Ҡаһармановтар, Эмир Мозафаров ауылға ҡайтҡанда беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөй.
Аиша менән Аслан Өфөлә "Ғаилә" балалар эко-баҡсаһында тәрбиәләнә.
Ейәндәрем менән һәр эште бергә эшләйбеҙ. 2 йәшлек кенә Эмир ҙә саф башҡортса һөйләшә!