Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
30 Июнь , 11:27

ЙӘЙ КӨНДӘРЕ ОНОТОЛОМАҪЛЫҠ БУЛҺЫН!

Кескәйҙәрҙең йәй көндәре ҡыҙыҡлы үтһен өсөн, бер-нисә кәңәш:

ЙӘЙ КӨНДӘРЕ ОНОТОЛОМАҪЛЫҠ БУЛҺЫН!
ЙӘЙ КӨНДӘРЕ ОНОТОЛОМАҪЛЫҠ БУЛҺЫН!

1. Бер көнөгөҙҙө бер ниндәй ҡағиҙәһеҙ үткәрегеҙ. Мәҫәлән, иртәнге ашҡа бутҡа түгел, ә туңдырма. Йә иһә ямғыр аҫтында яланаяҡ йүгерегеҙ. Йә иһә... ниндәй уй килә башығыҙға - шулай итегеҙ. Әлбиттә, аң менән эш итегеҙ.

 

2. Йәйге тауыштарҙы телефонға яҙҙырып алығыҙ: ҡоштар һайрауы, сиңерткә сыңы, ямғыр моңо... Көҙ еткәс, ошо тауыштарҙы тыңлап, йәйҙе иҫкә алығыҙ, ҡайһы тауыш нимәнеке икәнен билдәләп ҡарағыҙ.

 

3. Өн-тауышһыҙ көн. Балағыҙ менән һүҙҙәр ярҙамында түгел, ә ым, хат аша ғына аралашығыҙ. Был эмоциональ интеллекты ла үҫтерергә ярҙам итә.

 

4. Ролдәрҙе алыштырығыҙ. Бөгөн йоҡлар алдынан һеҙ түгел, ә бала әкиәт һөйләһен.

 

5. Киләсәккә хат. Бергәләп киләсәккә хат яҙығыҙ ҙа, уны 1, 2, йә 5 йылдан асып уҡырға килешеп, берәй урынға йәшереп ҡуйығыҙ. Хат янына ошо йәйҙән берәй иҫтәлек тә һалып ҡуйырға була.

 

6. Балағыҙҙың һәм башҡа ғаилә ағзаларының ҡулдарын һүрәткә төшөрөгөҙ ҙә, бөгөнгө датаны яҙып ҡуйығыҙ.

 

7. Әкиәттәрҙе йоҡлар алдынан ғына түгел, ә урында уҡығыҙ. Мәҫәлән, ҡырға ял итергә сыҡҡанда, юлда, ҡапҡа алдында. Әкиәт уҡылғас, уның буйынса фекер алышыу үткәрегеҙ.

 

8. Балағыҙ менән бергәләп ағымдағы йәйгә маҡсат һәм теләктәр яҙығыҙ. Бәлки, балағыҙҙың теләктәре һеҙҙекенә ҡарағанда ла ҡыҙығыраҡтыр?

 

9. Бер көнлөк тур уйлап табығыҙ ҙа, бар кәрәк-яраҡтарҙы һалып алып, юлға сығығыҙ! Күрше ауыл булһынмы ул, ҡала янындағы матур урын булһынмы - иң мөһиме, уны бергә планлаштырыу, уға бергәләп әҙерләнеү!

 

10. Балағыҙға камера биреп, көнө буйына үҙенә оҡшаған күренештәрҙе төшөрөүен һорарға була. Аҙаҡ фоторәсемдәрҙән коллаж эшләп, шулай уҡ датаһын күрһәтеп, бүлмәгә элеп ҡуйығыҙ.

 

11. Ҡараңғы төшкәс, фонарь алып, тирә-яҡты өйрәнергә сығырға мөмкин. Ҡараңғыла ҡайһы бер әйберҙәр икенсе төрлөрәк һүрәткә инә. Был, һис шикһеҙ, баланың күҙәтеүсәнлеген арттырыр.

 

12. Балағыҙға ул яратҡан герой исеменән хаттар яҙығыҙ. Йә хат-йомош булһын. Мәҫәлән, яратҡан геройы "Бөгөн әсәйеңә еләк йыйырға ярҙам ит!" тип яҙһа, балаға был эште эшләшеү ҡыҙыҡлыраҡ та булыр!

 

Тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы шөғөл, мауыҡтырғыс уйындар уйлап табырға була балалар өсөн йәй көндәре?

 

Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас