+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
28 Май , 12:16

Атай менән ҡыҙының әңгәмәһе

Атай кеше ҡыҙ бала тормошонда ҙур роль уйнай. Ҡыҙ бала атаһы янында үҙен яратырға өйрәнә, үҙ баһаһын самалай. Терәк тә, таяныс та, ышаныс та ул - ата һөйөүе.

Азамат менән Алиса Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһендә үҫкән Ләйлә ата-әсәһе менән матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Йәш ғаилә милли биҙәүестәребеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһон да тәрбиәләй ҡыҙҙарында. Хатта уларға күптәр, шаяртып, "Минең Ләйлә булғым килә", "Мине ҡыҙлыҡҡа алығыҙ әле", - тип яҙалар.

 

Ошондай татыу, рухлы, алдынғы йәштәре күп булһын милләтебеҙҙең!

 

Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: