Милли кейем һәр халыҡтың үҙенә генә тәғәйен, ҡабатланмаҫ асылын күрһәтә. Унда халыҡтарҙың йәшәү рәүеше лә, изге ғөрөф-ғәҙәттәре лә һаҡланған.
Башҡорт халҡының милли кейеменә күҙ һалғанда, шуны күрергә була: ир-егеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли кейемдәре шундай матур, сағыу төҫтәрҙән, биҙәктәрҙән тора. Унда ир-егеттәр ҡаһарманлығы ла, ҡатын-ҡыҙҙар нәзәкәтлеге лә сағыла. Тимәк, балаларыбыҙҙың ихласлығын, рухын, күңелен үҫтереүсе ул - милли кейем!
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәсилә Ғәлиулла ҡыҙы Асҡарова.