Улар икеһе лә балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, башҡорт төркөмөнә йөрөй. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, бер-береһенә "ағай", "туғаным" тип торалар.
Күҙ һалығыҙ әле, ҡалай оҫта ролгә инеп уйнайҙар, афарин!
"Балалар бәләкәйҙән туған телен белеп, яратып үҫһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ!" - тиҙәр Альбина апай менән Илфат ағай Мырҙағәлиндар.
Зөлхизә Йосопова,
"Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы.
Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында бойомға ашырыла
#ФСГОРБ #ГрантыРБ