+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Бәпембә
12 Июль 2021, 10:45

Быйылғы байрам фольклориадаға бағышланды

"Сибай ҡалаһының “Әкиәт“ балалар баҡсаһында балалар һабантуйы гөрләп үтте", - ти тәрбиәсе Әлфиә Вилданова.

Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы байрам фольклориадаға бағышланды

Сабыйҙар ҡулға-ҡул тотоношоп парадта үтте, аҙаҡ сәмле ярыштар башланды. Милли уйындар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сабыйҙар ярышта ихлас ҡатнашты.Сараның маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында төрлө милләттәргә ҡарата ихтирам, үҙ халҡыңа һөйөү уятыу, үҙ традицияларын дауам итеү һәм балаларҙы физик яҡтан камиллаштырыу.

Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр байрамға ижади ҡараған. Һәр тәрбиәсе һәм балалар төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемен сағылдырҙы. Беҙҙең балалар баҡсаһына башҡорт, урыҫ, татар, казах, әрмән һ.б. милләт балалары йөрөй. Беҙ дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ!

 

Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы  байрам фольклориадаға бағышланды
Быйылғы байрам фольклориадаға бағышланды
Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: