Башҡортостан VI Бөтә донъя фольклориадаһы айҡанлы ҡунаҡтар ҡаршылауын дауам итә. Бөгөн төндә CIOFF® Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы Президенты Филипп Боссанды ҡаршы алдылар.
Президент Башҡортостандың, Өфөнөң, республика етәкселегенең Фольклориаданы уҙғарыуға һалған тырышлығын баһаланы, бының пандемия ваҡытында еңел эш түгеллеген билдәләне.
“Беҙ ҙур саралар, конгресстар, фестивалдәрҙе уҙғарыуҙа ҙур тәжрибәһе булған өсөн тап Өфөнө һайланыҡ. Фестивалдең 40 илде бер ергә туплауына һәм был ҙур проекты бергә бойомға ашырыуыбыҙға шатмын”, - тине ул.
Бынан тыш, донъяуи сарала CIOFF® рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи менән ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил да ҡатшанасаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.