Бына бер саҡ уға тейен уйнарға килгән.Ҡулында тәмле генә сәтләүеге лә бар икән. “Әйҙә, ошо мәмәйҙе аша ла – һауығырһың һәм беҙ уйнарбыҙ”, тигән ул. Терпекәй киреләнеүен дауам иткән. Әхирәтенә лә “юҡ, минең ашағым килмәй”, тигән дә икенсе яҡҡа боролоп ятҡан. Тейен бойоғоп ҡайтып киткән.Уйнарға сыҡмаған терпене юҡһынып ҡуян да йүгереп килеп еткән. Уның ҡулында кишер, ти.”Әйҙә, дуҫҡайым, ошо витаминлы ғына тәмлекәсте ашап һауығып ал да урамға сығайыҡ” тигән ул да. Терпе был юлы ла ризалашмаған.Ҡуян илай-илай ҡайтып киткән. Юлда айыуҙы осратҡан. “Ниңә илайһың, ҡуянҡай”?- тип һораған ул. “Әй, дуҫым ауырый, шуға илайым. Бер нәмә лә ашамай, кишерҙән дә баш тартты. Юҡ тип тик ята. Тыңламай”. “Мин урмандың иң көслө хайуаны, бәлки мине тыңлар, барайым әле”, тип айыу терпеләргә киткән. Үҙе менән бер һауыт бал да алған тей. Был ваҡытта терпенең тышта уйнағыһы килә башлаған. Өйҙә күңелһеҙ, әсәй менән атай оҙаҡ уйнамай.Шуға күрә, айыу биргән балға ҡушып күп итеп сәй эскән икән - -һауыҡҡан да ҡуйған. Айыуға күп итеп рәхмәт әйткән, тыңламай күшегеп йөрөгәне өсөн, һыу кейемдәрен алмаштырмағаны өсөн әсәһенән ғәфү үтенгән, ти. Әсәйҙәр белеп әйтә, шуға тыңларға кәрәк, шулаймы?
Гөлсинә Байғужина-Йосопова.