+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
"Ярай" менән "ярамай"
1 Апрель 2021, 19:25

ФӘСТЕРЕҮ

Һүрәт ҡарай Ялҡаубай Ялҡаубай китаптағы һүрәттәрҙе ҡарап ултыра. Бына бесәй. Уның аяҡтары юғарыла. Арҡаһы менән ергә ятҡан. «Был ниндәй бесәй?» — тип аптыраны ул. Икенсе биттә аттар ҙа аяҡтары менән һауала эленгән. Ә үҙҙәре сабып китеп бара. Өсөнсө һүрәттә малайҙар хоккей уйнай. Уларҙың да баштары түбәндә. Шайба һауаға йәбешкән. Дүртенсе һүрәттә самолет ерҙә ята. Бишенсе һүрәттә ағастар тамырҙары менән һауала үҫеп ултыра. Баштары менән ергә терәлгән, тик үләндәр ниңәлер күгәргән.Ялҡаубай балалар баҡсаһына был серле китапты үҙе менән алды.- Бына ҡарағыҙ, бөтәһе лә һауала эленеп тора, был ниндәй ғәжәп хәл? — тип балаларға күрһәтте.Улар һүрәтте күреп көлөп ебәрҙе.- Эх, һин ялҡау. Китапты киреһенсә тотоп ҡарайһың бит. Ялҡаубай үҙенең китапты дөрөҫ тота белмәүе арҡаһында бына шулай көлкөгә ҡалды.Юнир САЛАУАТОВ.

Читайте нас: