-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар

АТАЙҘАР ДЕКРЕТ ЯЛЫНДА УЛТЫРА АЛАМЫ?

Ә һеҙ ирегеҙҙән бала ҡаратып, үҙегеҙ эшкә сығыр инегеҙме?

Хәҙерге заманда ғаиләләге эштәрҙе ир менән ҡатын, икеһенә лә уңайлы булырлыҡ итеп, үҙ-ара һөйләшеп, килешеп эшләй. Был бала ҡарауға ла ҡағыла. Атайҙар ҙа балаға өс йәш тулғансы декрет ялында ултыра ала. Рәсәй Федерацияһының Эш кодексының 256 статьяһына ярашлы, эш биреүсе был хеҙмәткәрҙең ғаризаһына баш тарта йә эштән ебәрә алмай.

Әммә атай кеше әсәй менән бер ваҡытта бала ҡарау буйынса ял ала алмай. Әгәр ғаиләлә бер юлы ике, йә өс бала тыумаһа инде. Ул ваҡытта һәр балаға айырым юлларға мөмкин.

Эш кенәгәһендә бала ҡарау буйынса ялда булыуы теркәлмәй, шуға күрә атай кешенең стажы ла өҙөлмәй. Декрет ялын тулы килеш алыу ҙа мотлаҡ түгел. Ҡатынын бер нисә ай алыштырып тороп, аҙаҡ яңынан эшенә сыға ала. Балаға йәш ярым тулғансы эш хаҡынан 40 процент пособие түләнә. Был әсәй кешегә лә, атайға ла берҙәй ҡағыла.

Шуға күрә, әгәр ике яҡ өсөн дә ҡулай икән, бала менән декрет ялында атайҙар ҙа ултыра ала.

Читайте нас: