Үҫмер улың илар сиккә етеп: “Мин спиртлы эсемлек менән тотолдом! Миңә нимә эшләргә?” – тип шылтыратҡанда, “Бының өсөн минән айырым эләгәсәк әле һиңә!” – тиер урынға: “Ярай, көймә. Бының менән донъя бөтмәгән. Һин кем менән? Ҡайҙаһың?” – тип тынысландырырға ашығаһың.
“Дөрөҫ уҡыу йорто һайламайынса яңылышып ҡуйырмын, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен тип ҡурҡам...” – тип борсолоуҙары менән уртаҡлашҡан балаңа: “Һинең әле уйларға, һайларға ваҡытың бар. Уҡыу йорто һайлау бик мөһим, унан һинең киләсәгең тора”, – тиер урынға: “Һин һәр ваҡыт кире уйлай алаһың. Хаталаныу – ул да һөҙөмтә. Беҙ үҫәбеҙ, беҙҙең менән ҡараштарыбыҙ ҙа үҙгәрә”, – тиһең.
Өлкән балаларың сабый тураһында: “Илай башлаһа эй асыу килә!..” – тигәндә: “Ул бит һеҙҙең бер туған һеңлегеҙ, уны яратырға тейешһегеҙ”, – тип иҫкәртер урынға, уларҙы йөпләп баш һелкәһең...