-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
"Ярай" менән "ярамай"
18 Декабрь 2020, 13:29

"Мә, мә, тик мыжыма!.."

Бер осор балаларҙың “бир, бир инде, зинһар, бир әле” тип мыжыуҙары башлана. Мыжыу ғына түгел, хатта талап итәләр әле. Бигерәк тә телефон, планшет, пульт һорап теңкәгә тейәләр..."Ярай" менән "Ярамай" рубрикаһынды был юлы баланың теләгенә илап еңергә тырышыуы тураһында һөйләшәйек. Моғайын, һәр беребеҙҙә ундай хәлдәр булғандыр? Уның һәр һорағанын алып бирергә кәрәкме? Һәр теләген үтәү зарурмы? Башҡа темалар менән һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин: https://akbuzat.rbsmi.ru/articles/yaray-men-n-yaramay/

Бер осор балаларҙың “бир, бир инде, зинһар, бир әле” тип мыжыуҙары башлана. Мыжыу ғына түгел, хатта талап итәләр әле. Бигерәк тә телефон, планшет, пульт һорап теңкәгә тейәләр. Әлбиттә, шул мәлдә ул һораған нәмәне тоттороп ебәрһәң, 20-30 минутҡа ҡолағың тынсып ҡала, шула арала эштәреңде эшләп ҡалаһың. Әммә, таяҡ ике осло булған кеүек, был осраҡта бәләкәс кешенең башында атай менән әсәйҙе илап еңергә мөмкин икән тигән фекер ярала. Аҙаҡ ул “юҡ, ярамай!” тигән һүҙҙе ишетмәй ҙә башлай. Бирмәһәң, йә тартып алһаң, истерикаға тиклем барып етергә мөмкин.
Бер ваҡыт шундайыраҡ хәлде көлөп күҙәткәйнем. Ике-өс йәштәр тирәһендәге малай әсәһенән үлтереп нимәлер һорай. Әммә әсәй ҙә ныҡ, мин уны һиңә бирә алмайым, ул уйынсыҡ түгел, тип кенә ҡуйҙы. Малай шыңшыуға күсте. Әсәй кеше уны ишетмәгәнгә һалышты. Улар эргәһендә был хәлде күҙәтә-күҙәтә уйнап йөрөгән ҙурыраҡ ҡыҙыҡай уның эргәһенә килде лә: “Ә һин ила, илаһаң, бирәләр ул!” – тип аҡыл өйрәтте. Тимәк, өлкән ҡыҙыҡайға илап теләгеңә ирешергә мөмкинлеге яҡшы таныш.
Бала "ярай" менән "яраймай"ҙы бала саҡтан аңлап үҫергә тейеш. Бәләкәс кеше быны белһен өсөн әсәй менән атайға бер һүҙле булырға кәрәк. Мәҫәлән, әсәй рөхсәт итмәгән мәлдә атаһы ҡыҫылып, балаһын яҡлашһа, уның теләген үтәһә, етмәһә, ҡатынына ғәйеп һүҙе ташлап та алһа, яҡшыға түгел. Ҡәҙерле кешеләре икеһе лә "ярамай" тип торғанда ғына баланың башына был һүҙҙәр яҡшы һеңә.
Минең ҡыҙымдың да, магазинға инһәк, уныһын алғыһы килеп, быныһына ҡыҙығып, күҙҙәре йызылдап китә торғайны. Илап еңергә маташҡан саҡтары ла булды. Бындай осраҡта мин нимә эшләнем? Тәүҙә тыныс ҡына, матур ғына итеп аңлата инем дә: "Мин хәҙер ситкәрәк китеп торам, ә һин туйғансы илап ал да, эргәмә килерһең", - ти инем. Ысынлап та, күңеле бушағас, ҡайтайыҡ инде, тип ҡулымдан килеп етәкләп ала ине. Аҙаҡ башҡа төрлө хәлдәрҙә лә яңғыҙы ғына илап алып, "ярамай" менән килешә торғайны.
Читайте нас: