-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
"Ярай" менән "ярамай"
23 Ноябрь 2020, 13:36

Бала нисә йәштән өй эштәренә ҡушылырға тейеш?

Ул ата-әсәһенә өй эштәрендә ярҙам итергә бурыслымы, әллә бөтә ваҡытын, бөтә иғтибарын уҡыуға, өлгәшкә, яҡшы билдәләр алыуға йүнәлтергә тейешме? Шул хаҡта нимә тиерһегеҙ, әсәйҙәр, атайҙар?

Бөгөн күп атай-әсәйҙәр балаларын төрлө түңәрәктәргә йөрөтә, бөтә яҡлап үҫтерергә тырыша. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙең бөтөнләй ваҡыты булмай: бер секциянан ҡайта ла икенсеһенә йүгерә. Уның араһында дәрес әҙерләргә лә кәрәк бит әле. Балаһының файҙалы шөғөл менән булғанына, телефонға йә компьютерға текәлеп ултырмағанына һөйөнгән әсәй менән атай балаһын өй эштәренән бөтөнләй азат итә. Былай ҙа арый, тип һауыт-һаба, иҙән йыуҙырырға, мал ҡаратырға йәлләй.

Миннесот университеты профессорының үткәргән тәжрибәһе буйынса, әгәр һеҙ балағыҙҙы бәләкәй сағынан өй эштәренә ылыҡтырһағыҙ, ул үҙ аллы, яуаплы һәм үҙ-үҙенә ышанған шәхес булып үҫәсәк. Гарвард эшҡыуарлыҡ мәктәбе психологы Ричард Вейсборд та ата-әсәһенә ярҙам итеп үҫкән бала һиҙгер, иғтибарлы, башҡаларға хәстәрлекле, ихтирамлы буласаҡ, тип билдәләй.

Бала, дәрес әҙерләргә кәрәк, тип өй эштәрен үтәүҙән баш тартһа, уның менән ризалашырға ашыҡмағыҙ. Һеҙҙең күндәмлегегеҙ: “Дәрестә алған билдәләр, өлгәш башҡалар тураһында хәстәрлек күреүҙән мөһимерәк” тигән өндәү булып барып етәсәк балғыҙға. Әле һеҙгә бының бер хилафы ла юҡ кеүек тойолор, әммә ваҡыт үтеү менән уның һеҙгә ярҙам итеүҙән баш тартыуы, үҙенең эштәрен өҫтөн ҡуйыуы үҙен һиҙҙерәсәк”, - ти психолон Мадлен Левин да. Ысынлап та, теләк булғанда, ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә, барыһына ла өлгөрөргә була бит...

Йылдар дауамында барған тикшеренеүҙәр йорт эштәрен үтәү - балаларҙың уҡыуында ла, психикаһында ла, шулай уҡ киләсәктә карьера буйынса үҫеүҙәрендә лә файҙа ғына килтерәсәген күрһәтә.

Читайте нас: