Памперс – бөгөн әсәйҙәрҙең ҙур ярҙамсыһы. Баланың үҙенә лә, аҫты ҡоро булғас, рәхәт, тыныс. Әлбиттә, өләсәйҙәр, әсәйҙәр араһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Кемдер “ярамай” тип кейҙермәҫкә тырышһа, икенселәре көнө-төнө систермәҫкә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, алтын урталыҡты тоторға кәрәк.
Бер нисә кәңәште иҫтән сығармау мөһим.
Памперс сифатлы булырға тейеш. Хаҡына алданып, бер кем дә белмәгән, исеме таныш булмаған памперстарға ҡыҙыҡҡансы, халыҡ араһында билдәлеләрен алырға тырышығыҙ. Әлбиттә, ундайҙар бик осһоҙ ҙа тормайҙыр, әммә ышаныслыраҡ. Йәйге эҫе көндәрҙә йә өйҙә эҫе булғанда подгузникта йөрөгән баланың аҫты тирләргә, дерматит һәм башҡа тире ауырыуҙарына килтерергә мөмкин. Памперс менән уңайлы, тип аяғын тоторға, гәршүккә өйрәтергә кәрәклеге тураһында ла оноторға ярамай. Баланың температураһы күтәрелгәндә памперс кейҙермәгеҙ. “Малайҙарға памперс кейҙерергә ярамай” тигән фекер ишетергә тура килә. Йәнәһе, ҡаҫаһы (мошонка) йылына, һөҙөмтәлә аталыҡ орлоғоноң сифаты кәмей һәм был аҙаҡ, үҫкәс, ирҙәр түлһеҙлегенә килтерә. “Эйе, бөгөн һаулығы арҡаһында ирҙәрҙең 15 проценты үҙ балаһы булыуҙан мәхрүм, әммә был һис тә сабый саҡта памперс кейгәндән түгел”, – ти доктор Евгений Комаровский был хаҡта. Бында күберәген экология, алама ғәҙәттәр, инфекцион ауырыуҙар сәбәпсе.
Бына шулай, самаһын белеп кенә файҙаланғанда, бала үҫкән ваҡытта памперс бик уңайлы.