+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
"Ярай" менән "ярамай"
17 Ноябрь 2020, 16:44

ИҒТИБАР, ЯҢЫ РУБРИКА!

БАЛАНЫ ҠАСАН ҺӘМ НИСЕК ҮҘЕНЕҢ КАРАУАТЫНДА ЙОҠЛАТА БАШЛАРҒА?Беҙ барыбыҙ ҙа балалар үҫтерәбеҙ. Нисә бала – шунса холоҡ. Уйлап ҡараһаң, бер ғаиләлә, бер атай менән әсәйҙең тәрбиәһен алып үҫәләр, шулай булғас, оҡшаш булырға тейештәр бит инде! Оҡшар урынға, улар бер-береһенән шул тиклем дә айырыла! Хайран ҡалырлыҡ. Ғөмүмән, бәләкәстәр әйләнгән һайын аптыратып ҡына тора. Ҡайһы ваҡыт уларҙың ҡылығынан нимә уйларға, нимә эшләргә белмәй тораһың. Тотоп ҡына кәңәш һорар кеше лә юҡ кеүек...Әсәйҙәр, атайҙар, “Аҡбуҙат” сайтында “Ярай менән ярамай” рубрикаһын юҡҡа булдырмайбыҙ. “Аҡбуҙат” - бәләкәстәр өсөн үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер журнал. Халҡыбыҙҙа баланы тәртипле, итәғәтле, тырыш, ололарға ихтирамлы һәм башҡа шундай матур сифаттарға эйә булырлыҡ итеп үҫтереү буйынса үҙебеҙгә генә хас, борондан килгән тәрбиә алымдарыбыҙ бар. Шуға ла “Ярай менән ярамай” рубрикаһы беҙҙең төрлө сетерекле һорауҙар килеп тыуғанда кәңәшләшә, уларға яуап таба, шатлыҡлы миҙгелдәрҙе уртаҡлаша торған бер майҙансыҡҡа әйләнһен ине. Һорауҙарығыҙҙы ебәрегеҙ (исем-шәрифтәрегеҙҙе күрһәтмәй бирергә лә мөмкин), хәлдәрегеҙҙе яҙығыҙ, комментарийҙарҙа яуаптарығыҙҙы, уй-фекерҙәрегеҙҙе ҡалдырығыҙ.Бөгөн, мәҫәлән, мине бына нимә борсой. Ҡыҙым быйыл 1-се класҡа барҙы. Ҙур инде. Әммә һаман беҙҙең менән йоҡлай. Әлбиттә, ҡосаҡлап, иркәләп, төнө буйы ябындырып, ҡарап ҡына йоҡлатыуҙан дә ҙур бәхет юҡ. Шулай ҙа, бала үҙенең урынында йоҡларға тейештер ҙә инде? Балаһын үҙе менән бергә йоҡлатҡан әсәйҙәр бармы икән бында? Нисек айырырға икән ошо ғәҙәтенән?Мәҫәлән, минең американ дуҫтарым... (дауамын сайтта уҡырға)

Беҙ барыбыҙ ҙа балалар үҫтерәбеҙ. Нисә бала – шунса холоҡ. Уйлап ҡараһаң, бер ғаиләлә, бер атай менән әсәйҙең тәрбиәһен алып үҫәләр, шулай булғас, оҡшаш булырға тейештәр бит инде! Оҡшар урынға, улар бер-береһенән шул тиклем дә айырыла! Хайран ҡалырлыҡ. Ғөмүмән, бәләкәстәр әйләнгән һайын аптыратып ҡына тора. Ҡайһы ваҡыт уларҙың ҡылығынан нимә уйларға, нимә эшләргә белмәй тораһың. Тотоп ҡына кәңәш һорар кеше лә юҡ кеүек...

Әсәйҙәр, атайҙар, “Аҡбуҙат” сайтында "Ярай менән ярамай" рубрикаһын юҡҡа булдырмайбыҙ. “Аҡбуҙат” - бәләкәстәр өсөн үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер журнал. Халҡыбыҙҙа баланы тәртипле, итәғәтле, тырыш, ололарға ихтирамлы һәм башҡа шундай матур сифаттарға эйә булырлыҡ итеп үҫтереү буйынса үҙебеҙгә генә хас, борондан килгән тәрбиә алымдарыбыҙ бар. Шуға ла “Ярай менән ярамай” рубрикаһы беҙҙең төрлө сетерекле һорауҙар килеп тыуғанда кәңәшләшә, уларға яуап таба, шатлыҡлы миҙгелдәрҙе уртаҡлаша торған бер майҙансыҡҡа әйләнһен ине. Һорауҙарығыҙҙы ебәрегеҙ (исем-шәрифтәрегеҙҙе күрһәтмәй бирергә лә мөмкин), хәлдәрегеҙҙе яҙығыҙ, комментарийҙарҙа яуаптарығыҙҙы, уй-фекерҙәрегеҙҙе ҡалдырығыҙ.

Бөгөн, мәҫәлән, мине бына нимә борсой. Ҡыҙым быйыл 1-се класҡа барҙы. Ҙур инде. Әммә һаман беҙҙең менән йоҡлай. Әлбиттә, ҡосаҡлап, иркәләп, төнө буйы ябындырып, ҡарап ҡына йоҡлатыуҙан дә ҙур бәхет юҡ. Шулай ҙа, бала үҙенең урынында йоҡларға тейештер ҙә инде? Балаһын үҙе менән бергә йоҡлатҡан әсәйҙәр бармы икән бында? Нисек айырырға икән ошо ғәҙәтенән?

Психолгтар фекеренсә, 1,5 йәштән бала айырым, үҙенең карауатында йоҡлай башларға тейеш. Сөнки бергә йоҡлағанда сабый ҙа тынғыһыҙ йоҡлай, атай-әсәйҙең дә йоҡоһо туймай.

Минең американ дуҫтарым бар. Йыш ҡына балаларын нисек үҫтергәндәрен күҙәтергә тура килде. Улар балаларын беренсе көндән айырым һала. Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә йоҡоға әҙерләнә башлайҙар: тамаҡтарына ашайҙар, йоҡо кейемдәрен кейәләр. Ятҡырғас, мотлаҡ әкиәт уҡыйҙар. 21.00 сәғәттә бала йоҡлап ятырға тейеш инде. Бала уянып илаһа, янына тынысландырыр өсөн генә баралар. Ҡулға алып, беҙҙең кеүек яндарына һалып, “яман өйрәтмәйҙәр”. Улар әйтеүенсә, тәүге мәлдә илаһалар ҙа, аҙаҡ өйрәнеп китәләр. “Ярай” һәм “ярамай”ҙы бына шулай бәләкәй генә саҡтарынан өйрәтә башлайҙар. Йәй көндәрендә ләтышта әле ҡояш, ә улар, сәғәт һигеҙ тулғанда, йоҡо килә, тип әсә-атаһын өйгә һөйрәй башлай.
Читайте нас: