Уйындың маҡсаты: иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте ,хәрәкәт әүҙемлеген үҫтереү; ойошҡанлыҡ тәрбиәләй.
Балалар был уйынды яҙ көндәре, ҡаҙҙар бәпкәләрен сығарғас, уларҙы көткән саҡта уйнағандар.
Уйында “ҡаҙ”, уның “бәпкәләре” һәм “төйлөгән” ҡатнаша.Төйлөгән булған бала ерҙе соҡоп ултыра. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп уның эргәһенә килә һәм:
-Төйлөгән, төйлөгән, ни эшләйһең? - тип һорай.
Төйлөгән:
- Бына һинең балаларыңды атып алырға ултырам, - ти.
Ҡаҙ:
- Мин һиңә балаларымды бирмәйем! - ти.
Төйлөгән урынынан тора ла:
- Алам, алам, атар ҡош! - тип, ҡаҙ бәпкәләренә ташлана.
Ҡаҙ:
- Бирмәм, бирмәм битәр ҡош! - тип, бәпкәләрен ҡурсалай башлай.
Ә бәпкәләр, ҡаҙ артынан бер-бер артлы тотоношоп: Сип-сип-сип, - тип йөрөйҙәр. Төйлөгәндең ҡулы тейгән бала уйындан сыға бара. Уйын ҡаҙ бәпкәләре тотолоп бөткәнсе дауам итә.