-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
24 Февраль 2022, 05:33

ТЕЛ ӨСӨН КҮНЕГЕҮҘӘР

* * * 1. «Тел көнөн нисек башлай?»Тел иртән тора ла:- тышҡа сығып кирелә;- шунан иртәнге һыуыҡтан ҡалтырана;- өйгә кереп йыуына;- шунан өйөн йыйыштыра: түшәмен (аңҡауҙы) һөртә, иҙәнен йыуып ала, тәҙрәләрен (сикәләрҙе) таҙарта ;- эше бөткәс тышҡа сығып атта йөрөй;- тыштан ингәс сәй эсә, аыҙ ситенә буялған ҡаймағын ялап ала;- шунан кәнфит ашай.


2. «Ат сабышы»
Ат сапҡан төҫлө итеп телде шартлатыу.
3. «Кемдең теле оҙонораҡ?»
Тел мөмкин тиклем алға таба сыға һәм 3-5 секундҡа шулай ҡатып ҡала.
4. «Тештәрең нисәү?»
Тел ярҙамында тештәрҙе һанау, тәүҙә аҫҡы, шунан өҫкө.
5. «Ябыҡ ҡапҡа»
Ирендәр ҡымтылған. Тел көс менән тышҡа сығырға тырыша, ә ирендәр ҡаршылаша.
6. «Ҡытыҡ килә»
Ауыҙҙы ябып, телдең осо менән яй ғына хәрәкәттәр яһап аңҡауҙы ҡытыҡлайбыҙ.
7. «Телде тешләү»
Аҡрын ғына итеп телдең осон, ситтәрен тешләп сығабыҙ.
8. «Акула тештәре»
Тел менән тештәрҙе үткерләйбеҙ, сарлайбыҙ: ике яҡтан да аҫҡы тештәрҙе, шулай уҡ өҫкөләрен дә.
9. «Осло ҡаҙаҡ»
Тел көс менән сикәне тишергә тырыша, ике яғын да, алмаш-тилмәш.
10. «Йөҙөк»
Телдең осо аңҡау буйлап артҡа таба бара һәм түңәрәк йөҙөк барлыҡҡа килтерә.

ТЕЛ ӨСӨН КҮНЕГЕҮҘӘР
ТЕЛ ӨСӨН КҮНЕГЕҮҘӘР
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: