-1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
24 Сентябрь 2021, 14:13

Бармаҡ уйыны "Йәшелсәләр"

Баланың мейеһе бармаҡ осонда «урын­­лашҡан». Бармаҡ уйындары ба­ланың ҡул мускулдарын нығытыуға, иғтибарын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү менән бер рәттән, телмәр үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Бармаҡ уйыны "Йәшелсәләр"
Бармаҡ уйыны "Йәшелсәләр"

1.Наҙгөл көҙгө йәрминкәгә барған (һуҡ бармаҡ һәм урта бармаҡ менән өҫтәл буйлап атлайбыҙ)

Йәрминкәнән йәшелсәләр алып ҡайтҡан (бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ): 

Кәбеҫтә,

Картуф,

Кишер,

Сөгөлдөр, 

Һуған,

Борсаҡ,

Көсө етте уларға саҡ! Эх!. (устарға һуғыу) 

2. Йәшелсәләр бәхәс ҡорҙо, (ике ҡулдың да бармаҡтарын йоҙроҡҡа йомабыҙ һәм асабыҙ),

Кем иң тәмлеһе, кем файҙалы? (бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):

Кәбеҫтә?

Картуф?

Кишер?

Сөгөлдөр?

Һуған йәки борсаҡ? Эх!. (устарға һуғыу)  

3. Наҙгөл ҡулына бысаҡ алды (ҡулдың ҡабырғаһы менән ҡырҡыу хәрәкәттәре яһайбыҙ),

Йәшелсәләрҙе турай һалды(бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):

Кәбеҫтәне,

Картуфты,

Кишерҙе,

Сөгөлдөрҙө,

Һуғанды һәм борсаҡты. Эх!. (устарға һуғыу)  

4. Кәстрүлгә һалып ҡапҡасын япты (бер ҡулдың усы менән йоҙроҡҡа йомолған икенсе ҡулды ҡаплайбыҙ),

Эҫе һыуҙа ҡайнаны ла ҡайнаны (бармаҡтарҙы алмашлап бөгәбеҙ):

Кәбеҫтә,

Картуф,

Кишер,

Сөгөлдөр,

Һуған,

Борсаҡ. Эх!. (устарға һуғыу)

Йәшелсә ашы бик тәмле булды!(ус менән ҡорһаҡты һыйпайбыҙ)

Айгөл Ураҙбаева,  

Сибай ҡалаһы Бала үҫтереү үҙәге – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: