-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
21 Сентябрь 2021, 20:23

Юлда барғанда уйнарға уйындар

Балалар баҡсаһынан йә магазиндан, мәктәптән йә башҡа берәй ерҙән ҡайтҡанда йә барғанда, юлды ҡыҙыҡлыраҡ, тиҙерәк итер өсөн уйындар тәҡдим итәбеҙ. 

Юлда барғанда уйнарға уйындар
Юлда барғанда уйнарға уйындар

Үҙ һаныңды тап

0-дән 9-ға тиклем берәй һан уйлайһығыҙ. Һин дә, бала ла. Һәр кемдең үҙ һаны. Һәм юл буйы ошо һанды эҙләйһегеҙ: машина номерҙарында, йорттарҙа, рекламаларҙа – бөтә ерҙә. Кем күберәк һан таба, шул еңеүсе.


Машинаның төҫө

Һәр кем үҙенә берәй төҫ һайлай һәм юлында күргән шундай төҫтәге машиналарҙы һанай. Кем үҙе һайлаған төҫтәге машинаны күберәк күрә, шул еңә.


Аҙаштым

Быны бала юлды яҡшы белгән осраҡта уйнау отошло. “Мин юлды оноттом, нисек, ҡайҙа барырға иҫләмәйем”, - тиһегеҙ. Бала тәүҙә ышанмаҫ, әммә һеҙ ныҡышығыҙ. Шул мәлдә бәләкәс әсәһенә ярҙам итергә кәрәклеген аңлап ҡалыр һәм бик мөһим, эшлекле ҡиәфәт менән һеҙҙе үҙе белгән юл менән кәрәкле урынға алып китер.


Күҙҙәреңде йом

Балаға күҙҙәрен йоморға ҡушаһығыҙ һәм ҡулынан тотоп алып китәһегеҙ. Юлдағы осраған “ҡурҡыныс” урындарҙы иҫкәртеп бараһығыҙ. Әйтәйек: “Ипләп, алда соҡор”, “ипләп, күләүек” һ.б. Ҡайһы берҙә алда бер нәмә лә булмаһа ла: “ипләп, бордюр” (йә икенсе нәмә әйтеп) тип шаяртып алырға ла мөмкин.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: