- Быныһы - олатайға, быныһы - өләсәйгә, быныһы - атайға, быныһы - әсәйгә, быныһы - ағайға, быныһы - апайға...
Баланың усы йомола.
- Ҡайҙа ҡаҙан төбөн ҡырып ашайым, кетер-кетер-кетер, - тип ҡытыҡлап, баланың усын астыралар.
Бала: "Әсәй, быҙауға барам", - ти.
Әсәй: "Зәп-зәп, зәп-зәп..." - тип, баланың ҡулы буйлап ҡултыҡ аҫтына табан бармаҡтарын йүгертә һәм ҡытыҡлай.
Варианты: Һәр бармаҡ ғаилә ағзаларына арналып бөгөлгәс, түбәндәгесә лә әйтәләр:
"Ә Илнурға тигәне ҡыты-ҡыты, инеп киткән. Тот, тот, тот!"