+7 °С
Облачно
VK
Уйындар
10 Сентября 2021, 06:21

Бармаҡтар уйыны.

* * *  Баш бармаҡ бау ишә, Һуҡ бармаҡ имән киҫә, Уртаҡ бармаҡ ут эҙләй, Исемһеҙ бармаҡ ат егә, Кескәй бармаҡ сәй эсә.

Бармаҡтар уйыны.Бармаҡтар уйыны.
Бармаҡтар уйыны.
 

 

 
* * * 
Баш бармаҡ: "Бутҡа бешерәйек", - ти;
Һуҡ: "Ярма юҡ", - ти;
Урта бармаҡ: "Бурысҡа алайыҡ", - ти;
Исемһеҙ бармаҡ: "Уны ҡасан түләрбеҙ?", - ти;
Кескәй бармаҡ: "Ашайыҡ та ҡасайыҡ,
Мин бәләкәй, күрмәҫтәр", - ти.
 
"Балалар фольклоры" китабынан.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас