Уйнаусы балалар араһынан береһен "әсәй" итеп, икеһен "бүре" итеп билдәләйҙәр. Әсәләре:
— Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ ҡаҙҙарым, барығыҙ, һыуға барып килегеҙ, бүренән ҡурҡмағыҙ, килеп сыҡһа, осоғоҙ ҙа китегеҙ, — тип "ҡаҙҙарҙы" һыуға ебәрә.
Ә "бүреләр" көтөп кенә яталар ҙа "ҡаҙҙарҙың" юлына сығалар һәм уларҙы тотоу өсөн баҫтыра башлайҙар. Әгәр ҙә бер ҡаҙ тотолһа, ул "бүре"гә ярҙамлаша. "Ҡаҙ"ҙарҙың һыуҙан ҡайтыр ваҡытында "әсәй" кеше:
— Ап-аҡ ҡына, мамыҡ ҡына, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ "ҡаҙҙарым" ҡайтығыҙ, - тип ҡысҡыра.
Ҡаҙҙар ҡайтыу юлына сығалар. Был ваҡытта "бүреләр" тағы ла уларҙың юлына сығалар һәм тота башлайҙар. "Ҡаҙҙар" тотолоп бөткәнсе, уйынды дауам итәләр. Уйынды ҡабат башлағанда тәү тотолған "ҡаҙҙар" "бүре" булып ҡалалар.