Һәтес-һәтес-һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә,
Кем ҡарамаҫ, кем һоҡланмаҫ
Бының кеүек йәтешкә!
Һоп-һоп, һоп итер,
Тәгәрәп үҫеп китер!
- Мин дә ҡурсағымды иркәләй беләм, - тине Гөлшат. - Бына ошолай тип:
Ҡыҙым, ҡыҙым ҡыҙ кеше,
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.
Йөҙ кешенең араһынан
Алып китер бер кеше.
Тьфү, тьфү, остоҡ,
Кипкән сороҡ бер тоҡ!
Ҡыҙҙар һамаҡтар әйтеште, йырланы. Үҙҙәренә лә күңелле ине.
(Балалар әҙәбиәте антологияһы"нан)