Баш бармаҡты ҡалдырып устар йомола, һамаҡ әйтеп "көтөүсе” һайлана. Ул башҡаларға арты менән тора. Уйын һүҙҙәрен әйткәс, уға баш бармағы менән күрһәтеп торалар ҙа, береһе килеп, арҡаһына төртә. Кем төрткәнен “көтөүсе” дөрөҫ әйтһә, шул бала уның урынын ала.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,
Беҙ ун ике ҡыҙ инек.
Баҙға төштөк – май ашаныҡ,
Аҡ келәттә бал ашаныҡ.
Өйгә индек – өйрә эстек.
Ҡоҙоҡҡа төштөк – һыу эстек.
Бер урынға йыйылдыҡ,
Таң алдынан юҡ булдыҡ.
Әпен-төпөн, ҡап та ҡоп!