Уйнаусылар түңәрәкләп ултыралар. Берәү һөйләй башлай:
- Мин бер заман Һиндостанда сәйәхәт итеп йөрөгәндә юлбарыҫҡа осраным. Юлбарыҫ кинәт... - тигәндә хикәйәһен туҡтата ла тиҙ генә берәйһенең ҡаршыһына килеп:
- Шунан һуң нисек? - тип һорай.
Ул кеше хикәйәне өҙөлгән еренән тиҙ генә ялғап алып китергә тейеш.
Һөйләп алып киткән кеше тағын хикәйәһен кинәт кенә өҙә лә берәй уйнаусы алдына килеп баҫа:
- Шунан һуң нисек? - тип һорай.
Һоралған кеше бер нәмә лә һөйләй алмаһа, уға "яза" бирелә.