Уйнаусылар, ҡулдарын аҫҡа төшөрөп, түңәрәккә баҫа. Алып барыусы оса торған йәки осмай торған әйберҙең исмен әйтеп: "Осто-осто!" - ти ҙә ҡулын күтәрә. Башҡалар уның артынан тик оса торған нәмәләргә генә ҡул күтәрергә тейеш. Әгәр кемдер яңлыш ҡулдарын күтәрһә, алып барыусы уға: "Бар, улайһа һин дә ос!" - тип, урынын биреп, үҙе башҡаларға ҡушыла, уйын артабан дауам итә.
Осто-осто - ҡарғалар осто!
Осто-осто - арбалар осто!
Осто-осто - сәпсектәр осто!
Осто-осто - ҡошсоҡтар осто!
Осто-осто - дәфтәрҙәр осто! һ.б.