Иртәнән алып бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Шуға күрә Рәсимә менән Ләлә көн буйы өйҙә ултыралар. Ләкин уларға күңелһеҙ түгел. Улар “Кире-мире” уйыны уйнайҙар.
- Аҡ, - ти Ләлә.
- Ҡара, - тип яуап бирә Рәсимә һәм тағы өҫтәп әйтә:
- Ауыр.
-Еңел, - ти Ләлә һәм тағы һүҙ әйтә:
- Батыр.
- Ҡурҡаҡ.
- Нимә уйнайһығыҙ әле? – тип һорай әсәләре.
- “Кире-мире” уйнайбыҙ.
- Уныһы ниндәй уйын?
- Ләлә миңә һүҙ әйтә. Ә мин уның киреһен әйтәм. Кем дә кем кире һүҙ таба алмай, шул еңелә.
- Бына ниндәй шәп уйын! – тип көлдө әсәләре һәм ҡыҙҙарын маҡтап ҡуйҙы.