-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Уйындар
9 Июль 2021, 15:47

Мөйөш алыу

"Балалар әҙәбиәте антологияһы"нан алынды.

Дүрт бала дүрт “әбей” исемен алып, дүрт мөйөшкә баҫа. Бишенсеһе – “убыр әбей” уртаға баҫып, әбейҙәрҙән мунса һорап сыға. Улар, төрлө һылтау тапҡан булып, мунса бирмәйҙәр.

- Әбей мунса бир әле.

- Мунсам буш түгел.

- Әбей мунса бир әле.

- Этем көсөкләне.

- Әбей мунса бир әле.

- Ташы төшкән.

Шунан тиҙ генә: “Һап-һап-һап”, - тип ҡысҡыралар. Шул арала әбейҙәр мөйөштәрен бер-береһе менән алмашып өлгөрәләр. “Убыр әбей” шул ваҡытта бер мөйөштө алып ҡалырға тырыша. Кем мөйөшһөҙ ҡала, шул уртала “убыр әбей” булып, уйын дауам итә.

Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: