Ҡыҙым менән балалар баҡсаһына китеп барабыҙ. Сәбәпһеҙ көн ҡалдырырға ҡушмай торғайнылар, ә беҙ, мин инде, иртән йоҡлап ҡалып, унан алдағы көндә бармағайныҡ, шуға әҙерәк борсолоп барам. Уйҙарымды ҡыҙым менән дә бүлешәм:
- Кисә ниңә килмәнек тип әйтәбеҙ инде?
Ҡыҙым күҙен дә йоммай:
- Ауылға, өләсәйҙәргә барҙыҡ тип әйтәбеҙ инде! - тип һалды шунда уҡ. Саҡ артыма йығылып китмәнем.
- Улай алдашыу була бит! - тиһәм:
- Атайым теге ваҡыт шулай тип әйтте бит, - ти был...
Шулай ҙа, оят һәм ҡыйын булһа ла, дөрөҫөн әйтергә һөйләштек.
Ҡыҙымдың шулай хәйләгә барыуы бер яҡтан ҡурҡытып ҡуйғайны ул саҡта, әммә хәҙер аңлайым, алдашмаған кеше юҡ, ул килеп тыуған ситуациянан конфликтһыҙ ғына ҡотолоу юлын эҙләгән. Бәләкәйҙәр генә түгел, өлкәндәр ҙә алдаша. Әлеге мәлдә: “Мин алдашмайым”, - тигән кеше лә алдаша.
Алдашыу ул кешелектең мөһим, кәрәкле бер үҙенсәлеге. Ул башҡалар менән арала килеп тыуған конфликтты яйға һалыу, яҡын кешеңде көйҙөрмәү, эште тәрәнгә ебәрмәү өсөн кәрәк. Ҡайһы берҙә бәләкәй генә бер алдаҡ ҙур бәләнән ҡотҡарырға мөмкин. Әммә, самаһын һәм урынын белер кәрәк. Юҡһа, самаһын белмәй башлаһаң, киреһенсә, мәсьәләне уртаға һалып хәл итеү ауырлаша, кеше алдаҡ һаҙлығына батырға мәжбүр була.
Кеше был “һөнәр”гә бәләкәй саҡтан өйрәнә. Мәҫәлән, Һин: “ҡулыңды йыуҙыңмы?”, ә ул: “эйе, йыуҙым”. Ә ысынында ул йыумаған. Шунда бала үҙе өсөн асыш яһай: булмаған нәмәне булды тип әйтергә мөмкин икән дә баһа!
Бала тәүге тапҡыр 3-5 йәш тирәһендә алдап ҡарай. Һүҙ ярҙамында ниндәйҙер нәмәләрҙе белдермәҫкә, йәшерергә була икәнен аңлай. Һәм ул был асышты уйынсыҡ кеүек ҡуллана башлай. Ошо мәлдә иң мөһиме: уны алдашыуҙа ғәйепләп, әрләүҙән тыйылырға.
Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе ялған ул алдашыу ҙа түгел. Бала ни бары нисек булыуын теләй, шуны әйтә. Мәҫәлән, һин: “стаканды кем ярҙы?”, ә ул: “мин түгел!” Бала стаканды ярған кешенең үҙе булыуын теләмәй. Ғәйепле булғыһы килмәй. Шул мәлдә баланың тылсымға ышаныуы, әкиәти фекерләүе ҡалҡа: әгәр ул хәл-ваҡиғаны нисек күрергә теләүен һүҙҙәр менән тасуирлаһа, тап шулай булыр кеүек күренә.
Был осорҙа бала нимәне аңларға тейеш? “Хәлүә” тип әйткәндән генә икмәктең татлы булып китмәгәнен. Эйе, тел менән беҙ әллә нәмәләрҙе күҙ алдына килтереп һүрәтләй алабыҙ, әммә ул, күпме һөйләһәң дә, үҙенән үҙе ысынбарлыҡҡа әйләнмәйәсәк.
Ә бит, уйлап ҡараһаң, тылсымлы әкиәттәр һөйләп, һүҙ менән булмаған нәмәләрҙе булдырып була икәненә баланы үҙебеҙ ышандырырға тырышабыҙ ҙа баһа!
Бәләкәй баланың алдауына, дөрөҫөн әйтмәүенә артыҡ әһәмиәт бирмәҫкә кәңәш итер инем. Ҡулын йыумайынса йыуҙым тиеүенә лә: “күрәм бит, йыумағанһың, бар, йыуып кил”, - тип, улай алдап ҡына хәлде үҙгәртеп булмай икәненә күрһәтергә кәрәк. Стакан ярылыуына ла: “Һин ярғанды беләм, ай-һай, яҡшы эш түгел!” - тип ғәйептәрһеҙ, әрләмәйенсә генә еңелсә шелтәләп алырға.
Был йәштәге алдашыу – үҙенә күрә бер тәжрибә, үҫеш юлындағы кәрәкле этап.
Алдашыуҙың икенсе осоро 7-8 йәштә башлана. Был мәлдә инде бала һин теләгәнеңде әйткәндән генә шулай булып китмәй икәнен аңлай. Ул был ысулды ниндәйҙер кимәлдә үҙенең тормошон бер аҙ еңеләйтер, проблеманы ығы-зығыһыҙ ғына яйлар өсөн ҡуллана. Мәҫәлән, әсәһенең: “Бөгөн нисә алдың?” - тигәненә дөрөҫөн әйтһә, бына, уҡымайһың, өҫтәмә эштәр эшләмәйһең, телефон, телевизорға әүрәйһең, тигән битәрҙәр яуасаҡ. Шунан ҡасыр өсөн: “Һораманылар, көндәлеккә бер нәмә лә ҡуйманылар”, - тип ҡотолорға мөмкин. Был уның, минең кем менәндер һүҙгә ингем, уның да, үҙемдең дә кәйефемде төшөргөм килмәй, быға теләгем дә, хәлем дә юҡ, тиеүе.
Бала әрләнеүҙән ҡурҡҡанда дөрөҫөн әйтмәй. Миҫалға хеҙмәткәр менән етәксене килтерергә мөмкин. Хеҙмәткәрҙең ниндәйҙер шәхси эше бар, йә хәлһеҙлек тоя, ятып ҡына хәл йыйып алғыһы килә. Әммә ул был турала етәксеһенә әйтергә ҡурҡа. Уҫал етәксеһенең ҡәтғи йөҙөн күҙ алдына килтереп, мәҫәлән, температурам бар, тип алдашырға мәжбүр. Бала һеҙҙе бына ошо етәксе кеүек күрә тип аңларға була. Әммә ҡурҡмайынса янына барып хәл-әхүәлеңде һөйләп бирерлек, һинең хәлеңә ингән етәкселәр ҙә бар. Улар һине битәрләмәй, кәмһетмәй, һәр аҙымыңды контролдә тотмай, кешесә мөғәмәлә итә. Һин балаңа тап бына шундай атай-әсәй булырға тейешһең. Балаңды алдан уҡ ялҡаулыҡта, эшкинмәгәнлектә ғәйепләп, битәрләп, башҡалар менән сағыштырып, һәр аҙымын контролдә тотһаң, ышанмаһаң, әйләнгән һайын мейеһен “сүкеп” торһаң, әлбиттә, бала ошондай битәрҙәрҙән ҡасыу өсөн, алдашасаҡ, дөрөҫөн әйтергә ҡурҡасаҡ. Уҫал етәксе кеүек булмағыҙ балағыҙға. Бала ғаилә – ул һиңә ышанған, һине һәр ваҡыт аңларға һәм яҡларға әҙер булған урын икән икәнен белергә, тойорға тейеш. Әммә: “Ғаиләлә беҙ бер-беребеҙгә ышанырға, шуға ла алдашыуға урын булмаҫҡа тейеш”, - тип тә, артынса: “Алдашып ҡына ҡара! Һин миңә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләргә бурыслыһың!” - тигән шарт ҡуйһаң, күңеленә ҡурҡыу һалһаң, әлбиттә, арала ышаныс булмаясаҡ.
Минең икенсе ҡыҙым кәрәгендә ялғанлап ебәреп һыуҙан ҡоро сыға белһә, өлкән ҡыҙым, киреһенсә, бәләкәй сағында алдаша белмәне, бик дөрөҫ булды, бөтә нәмәне ысынға алды. Шуның арҡала ҡыйын хәлдәргә лә йыш ҡалғыланы. Шул саҡтарҙа уға: “Ҡайһы берҙә алдашып ебәрергә лә кәрәк”, - тип үҙем өйрәтә инем. Тик дөрөҫ кенә йәшәп булмай. Ҡайһы мәлдәрҙә бала бөтә дөрөҫлөктө һөйләмәһә лә ярай, әммә, әйткәнемсә, бының өсөн уны әрләргә түгел, ә ышанырға (һис булмаһа ышанған йөҙ яһарға) кәрәк. Бәләкәй кешенең күңелендә: “Мине аңлайҙар, миңә ышаналар, шуға күрә ҡурҡмайынса барыһын да һөйләй, кәңәшләшә алам” тигән уй тыуһын...
Гөлнара МОСТАФИНА.