-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
12 Декабрь 2022, 11:46
ЯҠШЫ МӨНӘСӘБӘТТӘР УРЫНЛАШТЫРЫҒЫҘ
Түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланһағыҙ, балағыҙ менән һеҙҙең арала яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡланып ҡалыр. Баланың яҡшы булып үҫеүенә ярҙам итер.- Өйөгөҙгә ас ҡайтмағыҙ. Астың асыуы ҡаты. Өйөгөҙгә ҡайтыр алдынан сәй эсеп йә булмаһа йогурт ашап булһа ла алығыҙ. Балағыҙ һеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтә, уға яғымлы ата-әсә кәрәк.- Ныҡ арырға тырышмағыҙ. Һеҙҙең арыуығыҙҙа бала ғәйепле түгел. Шуға ла өй тупһаһын аша атлап үткәндә бөтә проблемаларығыҙҙы ишектең тыш яғында ҡалдырығыҙ.- Бер ваҡытта ла эшегеҙҙе балағыҙҙан мөһим ҡуйып һөйләмәгеҙ. Эшегеҙ һеҙгә оҡшай, ә балағыҙҙы – яратаһығыҙ.- Бала менән аралашыу иң мөһиме. Эшегеҙ менән шөғөлләнгәндә, бала янығыҙға килһә, ҡыумағыҙ, иғтибар менән тыңлағыҙ.- Бала ярҙамсы һәм ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Балаға күңеленә ятмаған эш тапшырып, хоҡуҡтарын сикләмәгеҙ.- Бала иҫәбенә үҙеңде раҫлама. Әгәр ҙә балағыҙҙың үҙ көсөнә ышанып үҫеүен теләһәгеҙ, уға үҙен аҡыллы һәм зирәк итеп тойорға ярҙам итегеҙ- Эш – ул ғаиләне тәьмин итеү сараһы ғына. Әгәр ҙә эш һеҙҙең өсөн тормош мәғәнәһе икән, бала табып мәшәҡәтләнмәгеҙ.- Тыңлай белегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ баланың ҡыҙыҡһыныуына һәм эшенә көлөп ҡарайһығыҙ икән, һеҙҙең арала ышаныс булмаясаҡ.- Бала менән кәңәшләшегеҙ. Эшегеҙҙә нимә менән шөғөлләнеүегеҙ уға бик ҡыҙыҡ, шуға ла был хаҡта бала менән уртаҡлашырға, унан кәңәш һорарға кәрәрк.- Бала менән аҡса мәсьәләһен тикшермәгеҙ. Балағыҙ үҙен һеҙҙең өсөн йөк итеп тоймаһын.
ЯҠШЫ МӨНӘСӘБӘТТӘР УРЫНЛАШТЫРЫҒЫҘ
.
Автор:
Гульнара Мустафина
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?