Бында бер нисә сәбәп булырға мөмкин:
1. Мейе физиологияһы кимәлендәге боҙолоуҙар.
Баланың баш мейеһе ҡабығының ҡайһы бер бүлектәре теге йәки был сәбәптәр арҡаһында йәшенә ҡарата үҫешеп етмәгән әле (әммә был мәлгә ул үҫешкән булырға тейеш), шул арҡала балаға өлгәшеүе ауыр. Был осраҡта нейропсихологҡа мөрәжәғәт итергә, мейенең үҫешеп етмәгән урындарын асыҡларға һәм нейрокоррекция үткәрергә кәрәк.
2. Артыҡ ҙур йөкләмә.
Дәрестәре күп, бер түгел әллә нисә түңәрәккә йөрөй, өйгә эште оҙаҡ эшләй. Шулай уҡ күп ваҡытын телефонда уҙғара йә компьютерҙа уйындар уйнай. Шул арҡала арый, йоҡоһо туймай, мейеһе ял итеп өлгөрмәй һәм баланың уҡырға көсө лә, теләге лә ҡалмай. Баланың йоҡоһона, ялына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
3. Предмет ҡыҙыҡ түгел.
Бала теманы аңламай ҡалырға, ауырып, күп дәрес ҡалдырырға, “2”-ле алырға, мәктәптә - уҡытыусы, өйҙә ата-әсәһе әрләргә, дәрес аңлашылмаҫҡа мөмкин һ.б. Тимәк, балала был предметҡа ҡарата кире хис-тойғолар тыуа, уҡырға теләге һүрелә. Был йәһәттән нимә эшләргә була? Баланың кире хис-тойғоларын ыңғай яҡҡа үҙгәртергә кәрәк. Бының өсөн аңламай ҡалған темаға кире ҡайтыу мөһим. Теманы ул уҡыу йылы башында уҡ йә хатта алдағы йылда уҡ аңламай ҡалған булыуы бар. Бала мәсьәләләрҙе аңлап эшләй башлағас уның ҡуҙғыуы бөтә, ул тыныслана, теманы аңлап эшләй алыуына шатлана. Уңыштары өсөн маҡтарға онотмайбыҙ. «Мин афарин, мине маҡтанылар, мин булдырам...» - тигән ыңғай тәьҫораттар формалаша.