+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
9 Декабрь 2022, 14:25

“БАЛАҒА 4 ҺОРАУ” техникаһы

Беҙ барыбыҙ ҙа эш кешеләре. Ҡайһы мәл балаларыбыҙ менән аралашырға ла ваҡыт тапмай китәбеҙ. Әммә, әгәр беҙ тәрбиәләмәһәк, балаларыбыҙ урам тәрбиәһенә күсәсәк. Шуға ла иғтибарыбыҙҙан айырмаҫҡа тейешбеҙ.Яҙыусы Джейми Харрингтон, эшкә баш-көллө сумған әсәй кеше, аралашырға ваҡыты ҡалмай башлағас, бала менән яҡынлыҡты, аңлашыусанлыҡты һаҡлап ҡалыу ниәтенән шәп бер ысул уйлап тапҡан.Бының өсөн ул үҫмер ҡыҙына көн һайын дүрт һорау биргән. Был һорауҙар “һөйләшеү өсөн ишек” булып торған.

“БАЛАҒА 4 ҺОРАУ” техникаһы
“БАЛАҒА 4 ҺОРАУ” техникаһы



Беҙ барыбыҙ ҙа эш кешеләре. Ҡайһы мәл балаларыбыҙ менән аралашырға ла ваҡыт тапмай китәбеҙ. Әммә, әгәр беҙ тәрбиәләмәһәк, балаларыбыҙ урам тәрбиәһенә күсәсәк. Шуға ла иғтибарыбыҙҙан айырмаҫҡа тейешбеҙ.
Яҙыусы Джейми Харрингтон, эшкә баш-көллө сумған әсәй кеше, аралашырға ваҡыты ҡалмай башлағас, бала менән яҡынлыҡты, аңлашыусанлыҡты һаҡлап ҡалыу ниәтенән шәп бер ысул уйлап тапҡан.
Бының өсөн ул үҫмер ҡыҙына көн һайын дүрт һорау биргән. Был һорауҙар “һөйләшеү өсөн ишек” булып торған.

Һорауҙар:
- Көнөң нисек үтте?
- Дуҫтарың ни хәлдә?
- Бөгөн ниндәй яҡшы нәмәләр булды?
- Һиңә минең берәй ярҙамым кәрәкмәйме?

Һорауҙар тәү ҡарауға ғына ябай, әһәмиәтһеҙ кеүек. Харрингтон да, ысынлап та, һорауҙарына йыш ҡына “барыһы ла яҡшы”, “һәйбәт” ише ҡыҫҡа ғына яуаптар алған.
Әммә әсәһе был һорауҙарҙы көн дә биреүен дауам иткән. Ҡайһы берҙә ҡыҙы берәй мөһим хәбәр менән уртаҡлашҡан йә һорауына яуап итеп кәңәш һорап ҡуйған.
Әлеге техника балала: "Мин әсәйемә кәрәк ваҡытта мөрәжәғәт итә алам, ул мине тыңлаясаҡ" тигән тойғо ҡалдыра.
Һорауҙарҙы бер-бер артлы биреү мотлаҡ түгел. Һәм һорауҙарға тулы яуап биреүен талап итеү ҙә кәрәкмәй. Иң мөһиме, ул һеҙҙең яҡынлыҡты, уның тормошо, хәлдәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы тойһон.
Бөгөн үк теҙмәләге бер-ике һорауҙы бирә алаһығыҙ. Бер һүҙ менән генә яуап бирһә, көймәгеҙ, үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙ, көнөгөҙ нисек үтеүе менән уртаҡлашығыҙ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: