-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
3 Октябрь 2022, 16:03

Нисек бала менән бергә әкиәт уйлап сығарырға?

Бала йыш ҡына, әҙер әкиәт менән хушһынмай, үҙеңә сығарып һөйләргә ҡуша. Был да юҡҡа түгел. Сөнки, әгәр һеҙ үҙегеҙ сығарып һөйләһәгеҙ, балағыҙҙы күҙ уңында тотасаҡһығыҙ. Бында уның холҡо, таныш мөхит сағыласаҡ, таныш геройҙар, ул белгән йолалар, ул ишеткән һөйләш урын аласаҡ. Әгәр әкиәтте икәүләп сығарһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Сөнки һеҙ үҙегеҙ генә уйлаһағыҙ, күберәк үҙегеҙҙең борсолоуҙарығыҙҙан сығып һөйләйәсәкһегеҙ. Ә һеҙгә бала “ярҙам итешһә” инде, ул сағында нимә ишетергә теләй, уны нимә борсой, һүҙ шул турала буласаҡ.

Нисек бала менән бергә әкиәт уйлап сығарырға?
Нисек бала менән бергә әкиәт уйлап сығарырға?

Бәләкәй сағында беҙ барыбыҙ ҙа балаларыбыҙға әкиәт һөйләйбеҙ, йә уҡыйбыҙ. Бала өсөн әкиәт тыңлауҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлап та етмәйбеҙ. Ҡайһы ваҡыт уға берәй әкиәт оҡшап ҡалһа, уны ҡат-ҡат һөйләтә. Бер үк әкиәтте һөйлә-һөйләй үҙең ялҡып бөтәһең, нимәһе шул хәтлем ҡыҙыҡ икән, тип аптырайһың. Ә бит әкиәттең дауалау, тәрбиәүи, үҙеңде аңлау, өйрәнеү көсө баһалап бөткөһөҙ. Бала һине былай ғына, ҡыҙыҡ өсөн генә тыңламай. Ул был мәлдә әкиәт эсендә йәшәй. Бәләкәй генә булһа ла, уның да үҙ проблемалары, эске кисерештәре, нимәнәндер ҡурҡыу, хафалары, борсолоуҙары була. Әммә ул барыһын да аңлатып, һөйләп бирә алмай. Шуға ла ул әкиәт эсендә йәшәгәндә үҙенең проблемаларын хәл итә. Бала әкиәттәге төп геройҙы үҙенә оҡшатырға һәм ул башынан алып аҙағына тиклем уның ҡыланыштарын, әйткән һүҙҙәрен иғтибар менән күҙәтергә мөмкин. Бәлки, ундағы ваҡиға әлеге мәлдәге хәл-торошона тап киләлер. Геройҙар араһындағы мөнәсәбәт күңеленә яҡын булыуы бар. Бала эсендәге проблеманы шулай ҡат-ҡат кисереп, күп ваҡыт һорауҙарына яуап таба, үҙен эске яҡтан нығыта, ниндәйҙер йүнәлеш ала. Шуға ла әкиәтте һөйләп кенә ҡалырға ярамай, ә бала менән шул әкиәт тураһында һөйләшергә, һорауҙар бирергә кәрәк. Йыш ҡына ошо ысул ярҙамында уны нимәләр борсоғанын белергә була.

Бала йыш ҡына, әҙер әкиәт менән хушһынмай, үҙеңә сығарып һөйләргә ҡуша. Был да юҡҡа түгел. Сөнки, әгәр һеҙ үҙегеҙ сығарып һөйләһәгеҙ, балағыҙҙы күҙ уңында тотасаҡһығыҙ. Бында уның холҡо, таныш мөхит сағыласаҡ, таныш геройҙар, ул белгән йолалар, ул ишеткән һөйләш урын аласаҡ. Әгәр әкиәтте икәүләп сығарһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Сөнки һеҙ үҙегеҙ генә уйлаһағыҙ, күберәк үҙегеҙҙең борсолоуҙарығыҙҙан сығып һөйләйәсәкһегеҙ. Ә һеҙгә бала “ярҙам итешһәинде, ул сағында нимә ишетергә теләй, уны нимә борсой, һүҙ шул турала буласаҡ.

Әкиәтте нисек бергәләп сығарырға? Әйтәйек, йоҡларға ятҡас, балағыҙ: “Әкиәт һөйлә әле...” тип әйткәс, һеҙ: “Бөгөнгө әкиәтебеҙ нимә тураһында булһын? Унда кемдәр ҡатнашһын, ниндәй геройҙар булһын? Улар ҡайҙа, ниндәй өйҙә йәшәһен?” - тигәнерәк һорауҙарҙы бирәһегеҙ. Әгәр әйтергә ҡыйынһынһа, “Ҡыҙыҡай тураһында һөйләйекме, әллә ҡуян, айыу, бүре тураһындамы?” - тип йүнәлеш бирәһегеҙ. Шунан ғына әкиәт уйлай башларға була. Әйләнгән һайын: “Хәҙер нимә эшләһендәр? Был нимә тип әйтһен? Теге нимә тип яуаплаһын?” - тигәнерәк һорауҙарҙы биреп барырға кәрәк. Бына шулай, һорауҙар бирә-бирә, әкиәттең осона барып сығаһығыҙ.

Әкиәттә ыңғай герой ғына түгел, мотлаҡ кире герой ҙа булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, иң аҙағында яҡшылыҡ яманлыҡты еңә. Быныһы баланың эске үҫеше, холҡо формалашыуы, ҡайһы бер ҡурҡыуҙарынан арыныу, баҙнатһыҙлығын еңеү өсөн кәрәк.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: