-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
26 Август 2022, 12:15

ТӨҪТӘРҘЕ ӨЙРӘНӘЙЕК

Төҫтәрҙе өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс бер уйынға әүерелдерергә мөмкин. Мәҫәлән, бер аҙнаны ҡыҙыл төҫ тип билдәләйбеҙ һәм иртә менән ҡыҙыл шарҙы өрөп, күренгән ергә элеп ҡуябыҙ. Аҙна буйына ҡыҙыл төҫтө генә өйрәнәбеҙ. Бының өсөн иң йәтеше – бергәләп һүрәт төшөрөү. “Әйҙә ҡыҙыл ҡәләмде алабыҙ һәм ҡыҙыл бәшмәк (туп, машина, өй) төшөрәбеҙ. Мин уның эшләпәһен һәм аяғын эшләйем. Ә һин бәшмәктең тәүҙә эшләпәһен, аҙаҡ аяғын ҡыҙыл төҫкә буярһың. Эшләпәне ниндәй төҫкә буяйһың? Дөрөҫ, ҡыҙыл! Ә аяғын? Эйе, ҡыҙыл! Беҙҙең бәшмәгебеҙ ниндәй төҫтә килеп сыҡты? Ҡара әле, уның аяҡтары ла, эшләпәһе лә ҡыҙыл. Дөп-дөрөҫ, бәшмәк – ҡыҙыл”. Килеп сыҡҡан һүрәтебеҙҙе күренеп торған урынға йәбештерәбеҙ (мәҫәлән, һыуытҡысҡа) һәм өләсәйгә, олатайға матур ҡыҙыл бәшмәгебеҙ менән “маҡтанабыҙ” Тәүге төҫтө ныҡлап өйрәнеп алмайынса, икенсе төҫкә күсмәйбеҙ. Ҡыҙылдан һуң һары, йәшле, күк төҫтәрҙе өйрәнәбеҙ. Ошо дүрт төҫ төп төҫтәр тип һанала. Аҙаҡ һарғылт, шәмәхә, ҡара, аҡ, зәңгәр, алһыу төҫтәр менән танышабыҙ.

Сәскәләге күбәләктәр

Ҡатырғанан ҡыҙыл, һары, күк, йәшел тәҫтәрҙәге 4 сәскә һәм шундай уҡ төҫтәрҙәге 4 күбәләк ҡырҡабыҙ. Балаға күрһәтеп һөйләйбеҙ: “Күк күбәләк осто-осто һәм күк сәскәгә ултырҙы. Һары күбәләк осто-осто һәм һары сәскәгә ултырҙы һ.б. Аҙаҡ бала күбәләктәрҙе үҙенең төҫөндәге сәскәләргә үҙе ултыртып сыҡһын.

Ҡатмарлаштырырға ла мөмкин: “Күк күбәләкте ҡыҙыл сәскәгә ултырт һ.б.”

 

Бәләкәй төҙөүсе

Төҫлө ҡатырғаларҙан 4 квадрат һәм 4 өсмөйөш киҫеп алығыҙ. Уларҙан өй төҙөгөҙ, әммә квадрат менән өсмөйөштөң төҫтәре тура килмәһен. “Ой, төҙөүселәр өйҙөң баштарын бутап бөткән. Әйҙә, төҫтәрен тура килтереп, дөрөҫ итеп һалайыҡ”, - тип, төҫтәрен атап, хатаны төҙәтәбеҙ.

 

Светофор

Ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге өс ҙур түңәрәк түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. “Ҡыҙыл төҫ янһа, урында ҡалабыҙ, һары янһа, һикерәбеҙ, йәшел янһа, урында йүгерәбеҙ”. Төҫтәрҙе алмашлап күрһәтәбеҙ һәм бала төҫөнә ҡарап хәрәкәттәрҙе үтәргә тейеш. Бала менән ролдәрҙе алыштырырға ла мөмкин.

 

Уйынсыҡтарҙы айырып һалабыҙ

Иҙәнгә төрлө төҫтәге уйынсыҡтарҙы түгәбеҙ: кубиктар, төрлө конструкторҙарҙың деталдәре һ.б. Берәй батмус алабыҙ һәм бер генә төҫтө айырып һалабыҙ. Балаға ла, үҙеңә лә һауыт алып, ярыш ойошторорға була. Дәрес ваҡытында баланы бер ҡасан да ҡабаландырмағыҙ. Хаталанһа, сабыр ғына төҙәтеп ебәрегеҙ: “Был кубик ҡыҙыл түгел, ә һары, әйҙә уны икенсе ҡумтаға һалайыҡ”.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: