Баланы нисә йәштән фатирҙа бер үҙен ҡалдырырға мөмкин? Төрлө шарттарға таянып, быны ата-әсә үҙенсә хәл итә ала. Ләкин белгестәр 6 йәшкәсә балаларҙы яңғыҙ ҡалдырырға кәңәш итмәй.
Сабыйҙы яңғыҙ ҡалдырырға уйлағанда, уның өйҙә ниндәй ҡурҡыныстар тыуыу ихтималын белеүе мөһим. Мәҫәлән, ул ҡозеткала ҡаҙынмаҫмы, ванна бүлмәһен һыуға батырып бөтмәҫме? Ул сит кешегә ишек асырға, сит кешеләр менән телефондан һөйләшергә ярамағанын да белергә тейеш.
Иң мөһиме, ата-әсәгә сабыйҙың өйҙә яңғыҙ ҡалғанда кисергән уй-хистәрен белеү кәрәк. Ҡурҡам, тип илаһа, сабыйҙы үҙен генә ҡалдырырға ярамаҫ. Бала йоҡлағанда уны ҡалдырып сығып китеү ҙә дөрөҫ түгел. Уянғанда фатирҙа кеше булмаһа, уның ныҡ ҡурҡып ҡалыуы ихтимал.
Яңғыҙ ҡала башларға өйрәтеү өсөн иң һәйбәте- 6-7 йәш, тип һанай белгестәр. Башта тиҙ араға, йәғни 10-15 минутҡа, унан оҙағыраҡҡа ҡалдырырға мөмкин. Сығып киткән арала балаға берәй эш ҡушып ҡалдырыу хәйерле: һүрәт төшөрөргә, конструктор уйынында берәй нәмә йыйырға, мозаика теҙергә һ.б. Сығып йөрөгәндә теүәл булыу мотлаҡ: ярты сәғәттән ҡайтырға вәғәҙә бирһәгеҙ, шул мәлгә ҡайтып етеү кәрәк, юғиһә бала һеҙгә ышанысын юғалтасаҡ. Өлкәнерәк балаға, тиҙ генә элемтәгә инеү өсөн үҙегеҙҙең, олатаһы йәки өләсәһенең телефон номерҙарын биреп ҡуйырға була.