-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
23 Август 2022, 12:42

НИСЕК РӘХМӘТЛЕ БУЛЫРҒА?

Рәхмәтле була белеү – бәхетле кешенең төп сифаттарының береһе. Ул - булғаныңдың ҡәҙерен белеү. Ғәҙәти “зинһар”, “рәхмәт” һүҙҙәренән тыш был сифатты балала нисек тәрбиәләргә? Нисек булғанды ҡәҙер итергә өйрәтергә? Һүҙебеҙ шул хаҡта.

НИСЕК РӘХМӘТЛЕ БУЛЫРҒА?
НИСЕК РӘХМӘТЛЕ БУЛЫРҒА?

 

БӨГӨНГӨ КӨНДӨҢ БҮЛӘГЕ

Көн һайын, көндөң ҡайһы мәлендә булһа ла, балағыҙ менән бөгөнгө көндөң бүләген һанап сығығыҙ: ул берәй шатлыҡлы ваҡиға булырға мөмкин, бәлки, күстәнәс алып ҡыуанғанһығыҙҙыр, йә ҡунаҡҡа барғанһығыҙҙыр, яңы уйын өйрәнгәнһегеҙҙер. Иң мөһиме – һәр нәмәне бүләк алғандай ҡабул итеү. “Рәхмәттәр көндәлеге” алып барырға мөмкин.

ИЗГЕЛЕК КӨНӨ

Айҙың бер көнөн “Изгелек көнө” тип иғлан итергә мөмкин. Мөмкин тиклем күберәк изгелек эшләү, таныштарға һәм таныш түгел кешеләргә ярҙам итеү. Был балаға алыуҙың ғына түгел, биреүҙең дә кешегә шатлыҡ килтереүен аңларға ярҙам итер.

ИҪЛӘЙҺЕҢМЕ...

Яҡшы, күңелле миҙгелдәрҙе иҫтә тоторға кәрәк. “Иҫләйһеңме, һин автобуста урын биргәс, әбей ҡайһылай ныҡ шатланғайны!”, “Иҫләйһеңме, һин миңә баҡсала ҡый йолҡорға ярҙам иткәс, тиҙ генә бөткәйнек”, “Иҫләйһеңме, магазиндан икмәк алып килеп биргәс, күрше инәй эй ҡыуанғайны” һ.б.

ҺИН МИНЕҢ ЯРҘАМСЫМ!

Йышыраҡ әйтеп торһаң, бала үҙен кәрәкле, мөһим бер кеше итеп тоясаҡ һәм артабан ярҙам итеү теләге көсәйәсәк кенә.  

ҠАЙҺЫЛАЙ ШӘП, ЭЙЕ БИТ!

“Бөтәбеҙ бергә ултырып сәй эскәс ҡайһылай шәп, эйе бит!” йә “Бергәләп кино ҡарайбыҙ, ҡайһылай шәп!”, “Бергәләп паркка барабыҙ, ҡайһылай шәп” кеүегерәк ғаиләнең берҙәмлеге, татыулығы өсөн мөһим булған мәлдәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып барырға кәрәк.  

БӨГӨН НИМӘ МЕНӘН БҮЛЕШӘ АЛАБЫҘ?

Бөтә балалар ҙа тәмлекәс ярата. Уны башҡалар менән бүлешергә һәм шунан кинәнес табырға өйрәтегеҙ. Үҙе эшләгән ҡул эштәрен, сәскә йыйып бүләк итергә лә мөмкин.

Ниндәйҙер яңы әйбер алып ҡыуаныу бәхет түгел әле, булғандың ҡәҙерен белеп һөйөнә белергә кәрәк. Әгәр ябай ғына нәмәләргә иғтибар йүнәлтеп, уны күрергә, ҡыуанырға, ҡәҙерләргә өйрәтһәгеҙ, рәхмәтле булырға ла белерҙәр, һеҙҙең тырышлығығыҙҙы, хеҙмәтегеҙҙе лә ҡәҙерләргә өйрәнерҙәр.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: