-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
17 Август 2022, 10:05

ҮҪМЕР УЛ - БАЛА

Элекке йәмғиәттә үҫмерлек тигән осор бөтөнләй булмаған. Кешенең бала сағы һәм “ҙурайғас”ы ғына булған. 15-16 йәшкәсә ул — бала, ун алтының аръяғына оло (ҙур) кеше булып һаналған. Ә инде “үҫмерлек осоро” тигән төшөнсә Рәсәйҙә 19-сы быуат аҙаҡтарында, 20-се быуат башында барлыҡҡа килә. Йәмғиәт яңыса йәшәй башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар эшсе булып киткәс, улар иңенә ғаиләнекенән тыш ил хәсрәте лә ятҡас, йәғни балалар мәсьәләһе икенсе планға күскәс, иғтибарһыҙ ҡалған балаларҙың донъяһы социаль проблема булып күтәрелә башлағас, фәндә яңы бер бүлек асыла. Йәғни үҫмерҙәр донъяһы йәмғиәт тарафынан яһалма барлыҡҡа килтерелгән, ә, бәлки, аңһыҙ рәүештә бар ителгән донъя ул.

ҮҪМЕР УЛ - БАЛА
ҮҪМЕР УЛ - БАЛА

Бөгөнгө йәмғиәттә үҫмерҙәр донъяһына ҙур урын бирелә. Үҫмер психологияһына бағышланған фәнни эштәр яҙыла, китаптар сыға, мәғариф учреждениеларында улар менән эшләүсе штаттар тотола. Кеше ғүмеренең был өлөшө шулай оло күҙәтеүгә лайыҡмы?

Элекке йәмғиәттә үҫмерлек тигән осор бөтөнләй булмаған. Кешенең бала сағы һәм “ҙурайғас”ы ғына булған. 15-16 йәшкәсә ул — бала, ун алтының аръяғына оло (ҙур) кеше булып һаналған. Ә инде “үҫмерлек осоро” тигән төшөнсә Рәсәйҙә 19-сы быуат аҙаҡтарында, 20-се быуат башында барлыҡҡа килә. Йәмғиәт яңыса йәшәй башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар эшсе булып киткәс, улар иңенә ғаиләнекенән тыш ил хәсрәте лә ятҡас, йәғни балалар мәсьәләһе икенсе планға күскәс, иғтибарһыҙ ҡалған балаларҙың донъяһы социаль проблема булып күтәрелә башлағас, фәндә яңы бер бүлек асыла. Йәғни үҫмерҙәр донъяһы йәмғиәт тарафынан яһалма барлыҡҡа килтерелгән, ә, бәлки, аңһыҙ рәүештә бар ителгән донъя ул.

Уйлап ҡарағыҙ, борон, хатта артыҡ борондан башламағанда, 80-се йылдар аҙағына тура килгән үҙемдең үҫмерлек осоромда ла, был мәлдә миңә ниндәйҙер айырым иғтибар кәрәк тигән уйҙы, талапты, мохтажлыҡты хәтерләмәйем. Йәки психологик сайпылышымды күтәрә алмай, ниндәйҙер проблемалар тыуҙырыуымды... Йәки тиңдәштәремдән кемдәрҙеңдер мөхәббәт, иғтибарһыҙлыҡ, аңлаша алмау, йәштәштәренән ҡыйырһытылыу кеүек сәбәптәрҙән үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләүен ишеткәнем булманы. Кемдер мине яратмай тип үлергә уйлау түгел, был хистәреңде ололар белеп ҡалыуы үҙе үлем кеүек була ине. Ошо тәңгәлдә өҫтәп китке килә: көнсығыш илдәрендә әле лә үҫмерлек осоро тигән төшөнсә юҡ.

Кешене белеү өсөн уның менән һөйләшеү кәрәк. Һәм беҙ һөйләшергә яратабыҙ ҙа. Эштә коллегалар менән, урамда күршеләр, өйҙә әхирәттәр, телефондан таныштар менән сәғәттә буйына туҡтамайса һөйләшә алабыҙ, әммә балабыҙ менән аралашырға ваҡыт тапмайбыҙ. Уны балаға һанайбыҙ, мөрәжәғәт итһә — ҡыуып ебәрәбеҙ, “юҡ менән булма” тип ауыҙын ябабыҙ, ултырып дәресен эшләргә ҡушабыҙ йәки интернеттан ҡара тибеҙ.

Ә асылда баланы һөйләшергә өйрәтергә кәрәк икән. Бәләкәс сағынан уҡ. Мәҫәлән, баҡсанан ҡайтып барғанда һорашырға: нимә ашағандар, ниндәй уйындар булған, нимә өйрәнгәндәр? Уның һөйләгәнен тыңларға, һорауҙар бирергә, ҡыҙыҡтарынан көлөргә, ярамағандарына төҙәтмә индерергә. Мәктәпкә барғас та, ундағы тормошо хаҡында, бигерәк тә хистәре тураһында белергә теләгәнеңде аңғартырға. Нисек кенә балаңа иртәлер, тип уйлаһаң да, хис, һөйөү хисе унан һорап тормай, быны беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, әммә күҙ йомабыҙ.

Үҙемдең миҫалды иҫләһәм, ҡыҙыма 11-12 йәштәрҙә форма кеҫәһенән һөйөү шиғыры табып алып шаҡ ҡатҡайным. Һорашып ҡараһам — “белмәйем” ти ҙә ҡуя. Ә яҙыу – уныҡы. Миңә шул ваҡыт балам менән артыҡ дуҫ әсәй түгеллегем барып етте. Албырғап ҡалдым. Ҡыҙымдың уҡыу көндәлегенә ҡул ҡуям да, ашатып-кейендереп ебәреүҙән башҡа бер нәмәһе менән ҡыҙыҡһынмайым һәм ул донъяға инә лә алмайым икән дәһа. Ул минән кәртәләнеп бара. Был хәлдән һуң өйҙә саҡта ипләп кенә күҙәтә башланым баламды. Көндәлек тота икән, уныһын мин бүлмәһенә баш тығыу менән ҡаплай. Дәфтәрҙәрен һуҙа ла, ҡолағына кире наушнигын тыға. Ахырҙа, мин был көндәлекте ҡулға төшөрөүҙән башҡа сара юҡлығын аңланым. Унан, үҙе юҡта тегенең бүлмәһен тентеп, көндәлеген табып уҡыным. Унан... ултырып илап алдым. Ҡыҙым өлкән класс ҡыҙҙары менән бәхәстә икән, уны хатта мәктәптән һуң көтөп тороп ҡыйырһытҡандар, класташ малайы яҡлашҡан. Уларҙың араһында мөхәббәт(!). Әхирәттәре менән тәмәке тәмләп ҡарамаҡсы булғандар ҙа береһенең сәс өлтөгө янып киткән. Йәш уҡытыусыны ыҙалаталар икән. Класс етәкселәре — “кейенә белмәгән ауыл бисәһе”. Мин иһә уның йәненә тейәм... Туҡтауһыҙ талаптарым, кәйефһеҙлегем, әрләүем менән. Бигерәк тә “өслө” өсөн телефон һәм интернеттан сикләүемде күрәлмай. Ә бахыр һеңлеһе — бөтөнләй “кәрәкмәгән нәмә”. “Йәшәгем килмәй” тигән ерҙәре лә бар. Шаҡ ҡаттым! Ун ике йәшлек, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йөрөгән баланың, йәшәгеһе килмәҫлек ниндәй ҡайғыһы бар?!

Башта ҡапыл ярып алайым микән әллә тип уйланым. Унан, баш вата торғас, бының файҙаһы булмаҫын, бары тик аралағы упҡынды ғына тәрәнәйтәсәген төшөндөм. Көндәлекте ипләп кенә кире урынына һалдым да, ысынлап инернеттағы, китаптарҙағы психологик ярҙамға мөрәжәғәт иттем. Ныҡ ҡыйын булды, бер ҡәҙерле генә кешең, балаң, һинән йөҙ борған шикелле итеп ҡабул ителде. Бер-нисә көн баҫылып, йәшереп илап йөрөнөм.

Унан бер көн, Ғашиҡтар көнө алдынан ине, магазинға инеп күп итеп валентинкалар, торт һатып алдым. Тәмлекәс менән сәй эскәндә шул открыткаларҙы сығарып күрһәткәйнем —тегеләр аптырап китте. “Кемгә былар?” - тиҙәр. “Һеҙгә, - тим. - Хәҙер иң матур малайҙарға яҙып сығабыҙ”. Бәләкәсем шундуҡ эшкә тотоноп китте, өлкәнем ҡушылмай, ышанмай миңә. Мин уға элек малайҙарҙы оҡшатһаҡ та, бындай байрам, бындай матур открыткалар ҙа булмауын һөйләп алдым. Кластарындағы малайҙарҙы, бигерәк тә теге малайҙы маҡтаным. Бала саҡтағы мөхәббәт тарихымды һөйләнем. “Һин дә һөйлә, мин әрләмәйем дә, көлмәйем дә, бөтәһе лә шулай ярата”, - тип саҡ һөйләтеп алдым унан да. Асылып китте балам.

Шул хәлдән һуң көн дә бүлмәһенә инеп ултырыуҙы ғәҙәткә әйләндерҙем. Нисек кенә арыған булһам да. Теге малайға әллә нисә йыл рәттән төрлө байрамдарға үҙем бүләк алып биреп ебәрҙем, уның бүләктәренә “ҡыуандым”. Балалар менән фантастик киноларға, пиццерияға йөрөргә өйрәндем. Наушиктарҙа көйө ашау, өй йыйыштырыу, дәрес әҙерләү һәм йоҡлауҙың “нормально” икәнлегенә күндем (шулай ҙа быны бер ҡолаҡта ғына ҡалдырыуға өлгәштем).

“Өслө”нөң “трагедия” түгеллегенә лә, ата-әсәләр йыйылышына барғанда “иң мөһиме – һаулыҡ” тип уйларға, балаларым “иң-иңе” булырға тейеш түгеллекте лә ҡабул итергә тура килде. Эште, ижадты икенсе планға күсереп, күберәк урынды ҡыҙҙарыма бирә башланым. Шул саҡ ҡырҙа эҙләгән әңгәмәсем үҙ өйөмдә булып сыҡты. Күп оло ҡатындарға ҡарағанда уҡымышлы ла, төплө лә икәндә минең ҡыҙым. Әхирәт үк булмаһа ла, иң яҡын кәңәшсемә әйләнде. Мин дә уға хәлемде, уй-кисерештәремде, борсолоуҙарымды һөйләй башланым. Арабыҙ яҡынайҙы һәм әле лә, инде ҙур ҡыҙ булғанда ла, бөтөн кисерештәрендә бүлешә, хатта әсәләре менән аңлаша алмаған ҡыҙҙарының да проблемаларын миңә еткереп кәңәш ала.

Был тәжрибәлә нимә аңланым: баланың борсолоуҙарын етдигә алырға кәрәк икән. Яуапһыҙ мөхәббәт икән, “үтә ул” тип кенә ситкә типмәҫкә, ә төрлөсә ярҙам итергә (иткән булырға, тийәйек ололарса). Бәләкәй ҡыҙымдың шундай мәлендә апаһы уға үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән мөхәббәт романдары һатып алып бирҙе. Ун ике китап алған ине, шуларҙы ай самаһы илай-илай уҡып ятып яҙылды ла китте. Бер яҡтан, иғтибарға ла лайыҡ булмағандай ғына хәл кеүек, ә асылда үҫмерҙәр араһындағы күп бәлә-ҡазаларҙың нигеҙе лә ошонда бит. Ары, “ҡолағым шулай ҙа аяғым шулай, нишләп мине матур итеп тыуҙырманың” тигән этапта, иң билдәле моделдәрҙең етешһеҙлектәрен эҙләп табып күрһәтеп сыҡтыҡ. Үҙенең матур яҡтарын маҡтауҙы, шулар менән һоҡланыуҙы алға ҡуйып алдыҡ. Кейем һайлау, биҙәнеү әйберҙәрен белеү, сәсте үреү кеүек ялтыр-йолтор журналдарға аҡса сығарға тура килде. Хатта почтальон “ошондай йыйын ҡый һеҙгә килә” тип көлә торғайны. Ул тегергә алып боҙған туҡымаларҙың һаны юҡ. Түңәрәктәрҙән бейеүгә лә, балетҡа ла, каратэға ла, тегеүгә лә, саңғыға ла, йөҙөүгә лә, тарихҡа ла, тағы әллә ниндәй аңлайышһыҙҙарына ла йөрөнөк. “Детектив әҫәрҙәр яҙыусыһы” ла булып алдыҡ бер мәл. Бөгөн икеһенең береһе лә тегенсе лә, тарихсы ла, спортсы ла түгел, әммә был маҡсат та булманы. Ҡыҙыҡһына икән – тыйманым. Ҡайҙалыр күҙ алдында, шөғөл менән мауыҡҡан булһын, тинем. Уларҙың теләгенә ҡаршы үҙемдең дә талаптарҙы ҡуйҙым. Уҡыу, әлбиттә, беренсе сиратта булды, унан өй эштәре һәм башҡаһы. Китап уҡыу ҙа — башта талап ине, унан икеһе лә өйрәнде. Бөгөн китап менән тәмлекәс араһында һайлау торһа, һуңғы аҡсаларына китап алып ҡуялар.

Әлбиттә, эсеү-тартыу кеүек яман ғәҙәттәр ҙә янаманы түгел. Теге мәл (күп йылдар элек) өлкәнемдең көндәлегендәге “тәмәке тарттыҡ” тигәнде уҡығандан һуң, шулай тура килеп флюрография үткәс, бер хәйлә уйлап тапҡайным. Көндәлегеңде уҡыным, тип әйтә алмайым бит инде. Табип һинең үпкәңде тикшергәс, ҡыҙың тәмәке тартып ҡараған, шул күренеп тора, тип әйткәйне, шундай оят булды, шундай оят булды, тип һөйләнем. “Әгәр һин тәмәке тартҡан булһаң, мин иң бәхетһеҙ әсәй булам инде”, - тип “күҙ йәштәре” сығарып алдым. Шунда балам үҙе лә илап, бөтәһен дә һөйләп һалды. Ҡабат улайтмаҫҡа ант итте. Хәҙер шуны иҫләп көлөшәбеҙ.

Бына шулай, балалар һәм үҫмерҙәр тормошо үтә лә ҡыҙыҡ ул. Уның эсенә инә алыу өсөн бары һөйләшә белергә генә кәрәк. Шулай итеп, балаң менән һөйләш.

Үҫмер ул — бала

Башта был хаҡта һүҙ ҙә башлағайныҡ кеүек. Үҫмерлек ул уйлап сығарылған төшөнсә тигәйнек. Йәмғиәт тарафынан яһалма рәүештә яһалған һәм проблема итеп күтәрелгән күренеш тигәйнек. Ошо һүҙҙәрҙе яҙғас та, әллә күпме күҙҙәрҙең шелтәле ҡарашын, ул ғына ла түгел әрләргә тип ауыҙҙары асылыуын тоям. Әлбиттә, был тотош фәнгә, медицина хеҙмәттәренә, белгестәргә, педагогик төркөмдәргә, психологтарға һәм тағы ла әллә күпме хеҙмәттәргә эш биреп тороусы өлкә. Нисек итеп унан ҡапыл ғына һәм улай еңел баш тартһындар? Был һис мөмкин булмаған хәл. Әммә быларҙың барыһында урап үтергә лә була. Әгәр ата-әсә ғаиләһендә балаларының был осорон “үткәреп ебәрергә”, йәғни юҡ тип иҫәпләргә теләй икән – был мөмкин. Сиселеше лә ябай – яуаплылыҡ.
Был хаҡта әҙәбиәт тә, яҙмалар ҙа бар, тик беҙҙә, беҙҙең тәрбиәлә ниңәлер ҡулланмайҙар. Баланың бала сағын нисек тә татлыраҡ, йәшлеген уйһыҙыраҡ, тормошон еңелерәк итергә ынтыла ата-әсә. Тыуғандан алып уны батша итеп ҡуя. Унан уйынсыҡтар менән күмеп, ҡартайғансы үҙе кейендереп, һуйҙайғансы күтәреп, һорағанында түбәләге шәмгә тиклем бороп алып биреп, бар теләктәрен алға ҡуйып үҫтерә. Мәктәптә уның өсөн дәрес әҙерләй. Уның өсөн конкурстарға инша яҙа, һүрәттәр эшләй һәм балаһына маҡтау ҡағыҙҙары алып бирешә. Ә баланың хеҙмәте, һәләте юғында берәүҙеңдә эше лә юҡ. Бары тик күңеле булһын, башҡалар алдында юғарыраҡ күтәрелһен. Унан шул баланы түләүле уҡыуға индерәләр. Һөнәр үҙләштереү өсөн. Теләге, һәләте, белеме барлыҡтан түгел һәр ваҡыт, ә уны башҡалар араһында кәм-хур итмәүҙән. Бында ла баланың артыҡ көсө булмай сыға. Ары ул балаға эш булһа була, булмаһа, ул уҡыу талап ителмәгән өлкәләргә китә. Мәҫәлән, уҡытыусы йәки юрист дипломы булған һатыусылар, официанттар, баҙарҙа тороусылар менән донъя тулған. Киләһе этапта шул уҡ ата-әсә әлеге баланың торлағын хәстәрләү юлына баҫа һәм башҡалар.

Күп балалы ғаиләлә үҫкән балалар, ғәҙәттә, яңғыҙ йәки ике балалы ғаиләлә үҫкәндәргә ҡарағанда рухи яҡтан көслөрәк була икән. Ата-әсәнең уны әпәүләй алмауы (яратмауы түгел), бәләкәй туғандары өсөн яуаплылыҡ ятыуы уны сыныҡтыра. Ул ҡолай икән — үҙе тороп китә, сөнки ололар мөһимерәк эш менән мәшғүл. Тәмле аҙыҡты үҙе ашамай, ҡустыһына йә һеңлеһенә бирергә мәжбүр, сөнки уның бәләкәслеген, уның яҡлауына мохтажлығын күрә. Шул уҡ бәләкәс бала ололары килеүгә ашарға бешерергә лә маташасаҡ, сөнки тегеләре был хеҙмәт өсөн маҡтаясаҡ. Йәғни кешенең мөһимлеген, кәрәклеген баһалау психологияһы был. Бәләкәй кеше ана шулай мөһимлектә тейешле һәм дөрөҫ итеп баһаланһа, уның күңеленә яуаплылыҡтың тәүге орлоҡтары төшөп ятасаҡ. Мәҫәлән, бәләкәскә “Күлдәгеңде бысратма!” тип кенә әйтеү һеңмәйәсәк, ә “Мин эштән арып ҡайтам, һин миңә ярҙам ит – бысранма”тиеү дөрөҫөрәк икән.

Йәш кешенең үҙенең башына ла “Һин – үҫмер, һинең шундай сағың” тигәнде һеңдермәҫкә. Үҫмерлек осоронда кисергән билдәһеҙлек, кәйефһеҙлек, ҡурҡыу, оялыу һ.б. тойғоларҙы кеше ғүмер буйына ла тойоп йәшәй ала. Эмоционаллек — үҫмерлектең генә күренеше түгел, был характер һыҙаты. Тышҡы яҡтан мәғлүмәт булмағанда, ул үҙендә ниндәйҙер һынылышлы мәл икән тип белмәйәсәк тә. Ниндәйҙер физиологик үҙгәрештәрҙе тәбиғәт әҙәмгә көсөргәнешһеҙ һәм зыянһыҙ индерә. Бынан проблема яһарға ярамай. Мәҫәлән, беҙ бит уны белмәнек, ә хәҙергеләр белә. Сөнки тышҡы яҡтан килгән мәғлүмәт уларҙың эске яғына ла үтеп инеп, реакция булдырып өлгөргән.

Йомғаҡлап әйткәндә, кеше ул шундай идара итеп була торған механизм икән. Быны аңлағандар хакимлыҡ итә лә инде. Кемдәрҙер изге ниәттә, кемдәрҙер яуыз. Әйткәндәй, тәүбашланғыстан алып донъя үҙе лә ошо ике көскә нигеҙләнгән, уның урталығы юҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: