-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
25 Июль 2022, 18:10

Эске донъяһына иғтибар итһен әсә...

Бер ҡатын да балаһына кәйефле саҡта тауыш күтәрмәй, минеңсә.

Эске донъяһына иғтибар итһен әсә...
Эске донъяһына иғтибар итһен әсә...

Балаға яҡшы булһын, уны матур итеп тәрбиәләр өсөн әсәйҙең бәхетле булыуы мөһим.
Кәйеф юҡ саҡта, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә әсәй әрләп ебәреүе, бала менән йүнләп уйнай алмауы ихтимал.
Бер ҡатын да балаһына кәйефле саҡта тауыш күтәрмәй, минеңсә.
Ә инде был хәл даими ҡабатлана һәм хатта балаға кул күтәреү күренештәре лә йыш икән, етди уйланырға кәрәк.
Әсәйҙең тормошонда барыһы ла яҡшымы? Ул яратамы, уны яраталармы? Үҙенә ҡарата иғтибар, йылы мөнәсәбәт тоямы? Юҡ икән, ни өсөн?
Әсәй үҙ күңел торошо хаҡында хәстәрлек күрһә - бала өсөн дә яҡшы. Иң беренсе үҙенең эске донъяһына иғтибар итһен әсә.
Гөлсинә Йосопова.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: