-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
7 Июль 2022, 11:34

ӘСӘ ҠӨҘРӘТЕ

Бөгөн мин үҙем дә аңғармаҫтан әсәйем уҡыған китаптарҙы уҡыйым, ул ҡараған киноларҙы ҡат-ҡат ҡарайым. Хатта Малышеваның “Здоровье” (хәҙер ул “Жить здорово” тип атала) тапшырыуы килеп сыҡһа ла, һүндереп ҡуя алмайым, сөнки ул тапшырыуҙы әсәйем аҙна һайын көтөп алып яратып ҡараны. Ул бешергән ризыҡтарҙы, ул үҫтергән гөлдәрҙе генә түгел, хатта уның күп кенә ғәҙәттәрен дә тотам икән. Былар ҙа миңә һеңгән. Асылда минең рухи булмышымды әсәйем формалаштырған да ҡуйған...

ӘСӘ ҠӨҘРӘТЕ
ӘСӘ ҠӨҘРӘТЕ

Үҫкән ваҡытта йыш ҡына фекерҙәрем әсәйемдеке менән тура килмәне. Уның уй-теләктәрен артыҡ уртаҡлашманым, үҙемсә уйланым һәм хәл иттем, хатта һүҙен дә баһалап етмәгәнмендер әле. Миңә шулай һымаҡ тойолдо.

Ә бөгөн иһә уйым үҙгәргән. Ҡапыл ғына, бер бөгөн генә килеп түгел, ә йәшәй-йәшәй, тормошто өйрәнә-өйрәнә мин шундай хәҡиҡәткә килдем: әсәләрҙең балаһы алдындағы көсө шундай ҙур һәм ҡөҙрәтле икән. Әсә балаһының донъяға ҡарашын, кешеләргә мөнәсәбәтен һәм тағы ла бик күп төшөнсәләрҙе формалаштыра.

Ҡасандыр мин әсәйемдең һүҙен артыҡ һанға һуҡмаған һымаҡ булһам да, әле уның шул саҡтағы ҡарашы аша ҡарайым, уның үлсәме менән үлсәйем, баһалайым һәм хатта ҡайһы бер кешеләрҙе уның ҡасандыр әйткән һүҙҙәре буйынса ҡабул итәм йәки итмәйем. Миҫал килтерәм. Әсәйем үҙенең санитаркаларын яратты.Тәүгеһе Нәғимә инәй әсәйемдән күпкә оло, икенсеһе Мәрйәм апай күпкә йәш ине. Ҡатындарҙың икеһен дә яҡындан белмәйем, улар беҙгә килеп йөрөгән йәки аралашҡан кешеләр булманы, бары ауылдаштар ғына. Әммә әсәйемдең шулар хаҡындағы яҡшы һүҙен ишетеп үҫкәс, нисектер күңелемдә хөрмәт тойғоһо тамыр йәйеп өлгөргән. Әле килеп улар хаҡында кем генә, нимә генә тиһә лә, мин тыңламаҫ һәм ҡабул итмәҫ инем. Сөнки миңә бала саҡтан әсәйем ул апайҙар хаҡында яҡшы фекер һеңдергән.

Әлеге әсәйҙең кемделер яратмауы, ҡабул итмәүе йәки уны ҡыйырһытыуҙары йөрәгемдә ул әҙәмдәргә ҡарата нәфрәт уятҡан һәм мин улар менән аралаша алмайым. Унан ул насар тип иҫәпләгән ғәҙәттәрҙе, эштәрҙе, хәбәрҙәрҙе лә эске донъям ҡабул итмәй. Әсәйем эсмәне һәм эскеселәрҙе лә, эскелекте лә яратманы. Яратманы ғына түгел, ене кеүек күрҙе. Шуға бөгөн, әлеге “йәшел йылан” менән осрашырға тура килгәндә, намыҫымды бесәй тырнай, бының ярамаған юл икәнлеген бөтөн күҙәнәктәрем менән тоям.

Тағы ла әсәйем ҡатын-ҡыҙҙың ире алдындағы тоғролоғон юғары баһаланы, абортҡа ҡаршы булды, яҙмыш ауырлыҡтары алдында бәлйерәп төшкәндәрҙе яратманы, сәбәпһеҙ ҡунаҡ булышыуҙы өнәмәне, буш, маҡсатһыҙ әҙәмдәрҙе һөймәне, уҡыған-белгән-белемгә ынтылғандарҙы хөрмәт итте (теҙһәң күп улар). Ғүмер буйы эсеп-боларып йәшәгән атайыма ҡарата ла нәфрәт уятманы. Хатта ул нәфрәт уянырға тип баш ҡалҡытҡанда ла “ул булмаһа, һин дә булмаҫ инең”, тип тыйып ҡуйҙы. Атайҙы беҙ әсәй һүҙе буйынса ғына ҡабул иттек. Күҙ алдыбыҙҙа нисек кенә булмаһын, әсәйебеҙ уны хөрмәт иттерҙе, атай итеп буйһондорҙо һәм... яраттырҙы.

Бөгөн мин үҙем дә аңғармаҫтан әсәйем уҡыған китаптарҙы уҡыйым, ул ҡараған киноларҙы ҡат-ҡат ҡарайым. Хатта Малышеваның “Здоровье” (хәҙер ул “Жить здорово” тип атала) тапшырыуы килеп сыҡһа ла, һүндереп ҡуя алмайым, сөнки ул тапшырыуҙы әсәйем аҙна һайын көтөп алып яратып ҡараны. Ул бешергән ризыҡтарҙы, ул үҫтергән гөлдәрҙе генә түгел, хатта уның күп кенә ғәҙәттәрен дә тотам икән. Былар ҙа миңә һеңгән. Асылда минең рухи булмышымды әсәйем формалаштырған да ҡуйған. Бына шундай асыш яһаным.

Төрөктөң “Великолепный век” тигән сериалын яратып ҡараным. Шунда Сөләймән Солтандың ике ҡатынында тәрбиәләнгән балаларҙың тормошта эшләгән хаталары һәм уңыштарын күҙәттем. Беренсе ҡатыны Махидавран иренә үс итеп, көндәшенә дошманлашып, бөтөн шул асыуын балаһына һеңдерҙе лә ҡуйҙы. Ул тик ҡара уйҙар менән генә ҡайнаны, улына был ситуацияла еңеп сығыу, нисек тә тере ҡалыу юлдарын, алымдарын өйрәтер, уның киләсәген ҡайғыртыр урынға бары бер көнлөк көрәштәр менән йәшәне. Ә икенсе ҡатын Хөррөм хатта иренең беренсе ҡатынын да “хөрмәт итегеҙ” тип киҫәтте балаларына. Бәлки, быларҙы ул ысын күңелдән дә эшләмәгәндер, әммә балаларын ғаилә араһындағы ығы-зығыға, талаш-тартышҡа тыҡманы. Шулай итеп, ике ҡатын бер ата балаларын һәр икеһе үҙҙәренсә формалаштырып үҫтерҙе. Һөҙөмтәлә икенсе ҡатындың балаһы солтанлыҡты алып ҡалды. Әсәһенең дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүенән генә еңде ул.

Шәжәрә атай тармағынан ғына ҡаралһа ла, бала тулыһынса әсә тәрбиәһендә, әсә йоғонтоһонда үҫә һәм уның булмышын үҙенә һеңдерә. Бында аптырарлыҡ та түгелдер, һуң әсә ҡарынында яралып, туғыҙ ай ятып, бөтөн камиллығы шунда етлегеп сыҡҡан бит һуң. Хатта бер яғы менән дә әсәһенә оҡшамаған балалар уның ғәҙәттәрен тота. Ул ниндәй аштар ашатҡан — шуларҙы тәмле күрә, ул нисек мөғәләмә иткән – дөрөҫ һымаҡ, ул матур күргәндәр оҡшай, ул яманлағандар – дошман, ул маҡтағандар — дуҫ. Көслө характерлы, үҙ аллы балалар ҙа әсә йоғонтоһонан азат була алмай. Сөнки, ул – әсәй. Ул һиңә ҡарынында уҡ үҙ булмышын һеңдергән, һин уның бер өлөшө, унан бүленгәнһең. Төрки халыҡтарҙа “Атаң атлы булмаһа ла, инәң затлы булһын” тигән мәҡәл йәшәй. Был һүҙ мал йәки матди мөмкинлектәр хаҡында түгел, ә әсәнең балаһына һалғанының сифаты тураһында. Әсәнең эске донъяһы балаһына күсәсәге, баланың донъяға ҡарашын һәм уны ҡабул итеүен әсә булмышы яһай икәнлеге тураһында.

Мин үҙем дә яҡшымы-яманмы яҡтарымды балаларымда күрәм. Ҡайһыларына ҡыуанам, ҡайһыларына бошоноп китәм. Улар ҙа мин яратҡан кешеләрҙе ҡабул итә, мин риза булмағандарҙан йөҙ бора. Мин яҡшы тигәнде яҡшы, яман тигәне яман, ти. Улар булмышын да мин әүәләйем. Ошоларҙы аңлағандан һәм ҡабул иткәндән һуң уйла инде: балаңдың күңеленә ниндәй эстәлек һалаһың? Һин – әсә, һинең шундай ҡөҙрәтең һәм мөмкинлектәрең ҙур. Һәм балаңды шәхес булараҡ һин яһайһың.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Фото ирекле сығанаҡтарҙан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: