+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
1 Июль 2022, 12:53

Доктор Комаровскийҙың әйткәндәре...

«Ауыл, баҡса әллә ниндәй диңгеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. 2 ай ас, бысраҡ, яланаяҡ тыштан ҡайтып инмәй уйнаған бала һаулыған бер йылға нығытасаҡ».

Доктор Комаровскийҙың әйткәндәре...
Доктор Комаровскийҙың әйткәндәре...

"Бәхетле бала - ул, тәү сиратта, сәләмәт бала; сәләмәт бала уҡыр-яҙыр ҙа, скрипкала ла уйнар".

"Яҡшы балалар баҡсаһында ямғыр яуып торғанда тышта йөрөр өсөн плащ һәм ҡулсатыр алып килергә ҡушырҙар".

«Әгәр мәктәптә уҡытыусы өсөн түгел, ә балалар өсөн ҡыңғырау сыңлаһа, тәнәфес буйы бүлмә елләтелһә, һауалағы вирустар һәм сирлеләр һаны 10 тапҡырға кәмейәсәк».

«Әсәй кешенең сәләмәтлеге - ғаиләнең именлеге. Атай кеше әсәй кешенең тыныслығын төйлөгән кеүек һаҡлап, әсәй кешегә ашарға, йоҡларға, саф һауала йөрөргә мөмкинлек бирергә тейеш».

«Баланы ашатыуҙа иң мөһиме - ашыҡмаҫҡа, һәм, ике айлыҡ балаға йомортҡа һарыһы ашата башларға кәрәк, тигән өләсәйҙе тыңламаҫҡа.

«Әгәр бала йыш ауырыһа, эт тотоғоҙ. Бер бала менән йөрөргә оноталар, ә этте көнөнә 2 тапҡыр сығарырға кәрәк».

«Ауыл, баҡса әллә ниндәй диңгеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. 2 ай ас, бысраҡ, яланаяҡ тыштан ҡайтып инмәй уйнаған бала һаулыған бер йылға нығытасаҡ».


Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: