1) Йәлләргә, мохтаждарға ярҙам итергә өйрәтеү. Ауырыу бесәйҙе ашатыу, күршелә яңғыҙ йәшәгән оло инәйгә аҙыҡ-түлек һатып алыу, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү балаға был донъяла үҙе генә түгеллеген аңларға мөмкинлек бирә. Тормош ауырлығы, уйламағанда төрлө хәлдәр килеп тыуыу мөмкинлеге, төрлө яҙмышлы кешеләр булыуы тураһында әленән әле һөйләшеп тороу кәрәк.
2) Әйберҙәрҙе тәртиптә тотоу. Бәләкәйҙән мәктәп кәрәк-яраҡтарын бер урында тотоу, кейемде бөкләп шкафҡа һалып ҡуйыу, уйнағандан һуң уйынсыҡтарҙы үҙ урынына тултырыу йәшәйеште күпкә еңелләштерә. Был эштәрҙе тотошлайы менән баланың иңенә ҡасан һалырға ата-әсә үҙе хәл итә, әммә уға тиклем балаһының ғәҙәтенә әйләндерергә ярҙамы мотлаҡ кәрәк.
3) Ашарға бешерергә. Картуф, йомортҡа бешерә, еңел генә берәй салат, бутерброд эшләп ала икән, бала ата-әсәһе бушамаған йә өйҙә юҡ ваҡытта кемдәндер көтөп, ас ултырмаясаҡ. Улар бүтән эштәрҙә лә үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотасаҡ.
4) Аҡса тоторға өйрәтергә. Аҡса тураһында бала беренсе тапҡыр магазин уйнаған саҡта танышалыр, әммә ысын аҡса тәмен, әлбиттә, һуңғараҡ татыясаҡ. Ата-әсәнең бурысы – аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәтеү, мәҫәлән, булғанды тәләфләмәү, дөрөҫ бүлеү, бер аҙын йыйып барыу һәм аҙаҡ нимәлер һатып алыу, экономиялау. Үҙҙәре аҡса эшләй башлағансы, быларҙы белеп торһалар, яҡшы.
5) Яҡшыға ынтылырға. Баланы тоннель аҙағында һәр ваҡыт яҡтылыҡ буласағына, ауырлыҡтан һуң яҡшы, рәхәт көндәр тыуасағына өндәргә, шуға ынтылдырырға кәрәк. Оптимистарға йәшәүе барыбер еңелерәк.
6) Башлаған эште аҙағына еткереп ҡуйырға. Был талапты, әлбиттә, еңел эштәрҙән башларға кәрәк. Проблема килеп тыуа ҡалһа, ул башлаған эште тамамлап ҡуйырға түгел, ә проблеманы хәл итеү юлын эҙләшеү яҡшы. Эшен тамамлаһа, маҡтап, ҡеүәтләп ҡуйырға онотмағыҙ!