-8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
20 Декабрь 2021, 12:30

Машинала барғанда уйнарға уйындар

Тығындар мәле бер кемгә лә оҡшамай. Балалар тик ултырып ялҡа, юҡ-бар һорауҙары менән һеҙҙең башығыҙҙы ҡатыра, мыжый башлайҙар. Әммә был ваҡытты ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә лә була бит! Мәҫәлән, уйын уйнап...

Машинала барғанда уйнарға уйындар
Машинала барғанда уйнарға уйындар

Һөйләмдәр төҙө

 Ҡарағыҙ әле, уңда ла, һулда ла машиналарҙан күп нәмә юҡ. Һәм һәр береһенең номеры бар. Шундағы хәрефтәрҙән күмәкләп һүҙбәйләнеш-һөйләмдәр төҙөргә мөмкин. Әйтәйек, номерҙағы хәрефтәр МКУ икән, ти. “Мин китап уҡыйым” тигән һөйләм килтереп сығарырға була. Йә булмаһа ТТА икән, ти. “Тылсымлы таяғыңды ал” тиергә мөмкин. Ваҡыттың уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

 

Яратҡан хәрефем

Уйнаусы үҙенә бер хәреф һайлап ала ла, уға ниндәй генә һорау бирһәләр ҙә, ошо хәрефкә башланған һүҙҙе генә әйтә. Мәҫәлән:

- Һинең исемең нисек?

- Айһылыу

- Һин нимә ашарға яратаһың?

- Алма.

- Яратҡан уйынсығың ниндәй?

- Айыу...


Эйе” түгел, “юҡ” түгел

Был уйын да баланың иғтибарын һәм ишетеү һәләтен үҫтерә. «Эйе», «юҡ», «ҡара» һәм «аҡ» тигән һүҙҙәрҙе әйтергә ярамай.

Алып барыусы сетерекле һорауҙар бирә:

- Һеҙ тау шыуырға барҙығыҙмы?

- Әлбиттә! (эйе, тиергә ярамай)

- Һинең күлдәгең ниндәй: ҡарамы, аҡмы?

- Йәшел.

Баланан көндәлек тормошо тураһында ла һорарға мөмкин: “Бөгөн баҡсаға барҙыңмы?”, “Баҡсала ҡара икмәк ашаныңмы, әллә аҡмы?” һ.б.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: