Ололарҙы илатма,
Көнсөлдәрҙе йырлатма.
Эсәр һыуға ҡый һалма,
Ғәйбәтсегә аш булма.
Бәхетһеҙҙәрҙән көлмә
Көткәнгә һуңлап килмә.
Йәштәргә кәңәшең бир
Ҡарттарҙан тәжрибә тир.
Аш атҡанға таш атма
Яҡыныңдың серен һатма.
Балаңа яғымлы бул,
Юлдан ҡайтҡанға бир ҡул.
Мин бәхетһеҙ тип әйтмә,
Ҡаты күңелдән наҙ көтмә.
Дан артынан һин ҡыума,
Юлсының юлын быума.
Үҙ фекереңде һаҡла,
Гел дөрөҫ юлдан атла.
Ғибрәтленән фәһем ал,
Һәр саҡ үҙең булып ҡал.
(Рәйхана Әхмәҙиева)