-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
31 Октябрь 2021, 15:16

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ

ҠЫҘҘАР ӨСӨН НӘСИХӘТТӘР 3.Ҡул өсөн ҡағиҙәләр. Халыҡ алдында ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ  һәм урынһыҙ ҡул сапмағыҙ. Һүҙ һөйләгәндә ҡулығыҙҙы болғамағыҙ, шыртлатмағыҙ, йөҙөгөҙгә ҡуймағыҙ. Сәс һәм башҡа урындарығыҙ менән уйнамағыҙ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ
 
Бысраҡ һәм майлы нәмәләр тотҡандан һуң, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ. Һөлгө менән яҡшылап һөртөгөҙ. Ҡулдар еүеш саҡта кейем, китап йә башҡа әйберҙәр тотмағыҙ.
Тырнаҡтарҙы кеше күҙе алдында киҫмәгеҙ. Тырнаҡ аҫтына йыйылған керҙе таҙартығыҙ. Тырнаҡ үҫтереп йөрөмәгеҙ. Киҫкәндән һуң тура килгән ергә ташламағыҙ.  Тәндән айырылған тырнаҡ  һәм төктәрҙе бер ергә йыйып тороғоҙ ҙа, һуңынан тупраҡ аҫтына күмегеҙ.
Бармаҡтарға йөҙөк һәм балдаҡтар тултырмағыҙ. Бер йәки ике дана менән риза булығыҙ. Шулай уҡ беләҙектәргә ҡат-ҡат беләҙектәр кеймәгеҙ.
 
 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: