+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә дәрестәре
30 Октябрь 2021, 15:43

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ

ҠЫҘҘАР ӨСӨН НӘСИХӘТТӘР 2. Ҡолаҡ өсөн ҡағиҙәләр Ҡолаҡтарҙы яман һүҙҙәр ишетеүҙән һаҡлағыҙ.  Ғәйбәт һәм яла яғыу кеүек шәриғәттә харам булған һүҙҙәрҙе тыңламағыҙ. Әгәр ҙә уларҙы һөйләүсе оло кеше булһа, риза түгеллекте йөҙөгөҙ менән белдереп ултырығыҙ. Зарар булмаҫлығын белһәгеҙ, бер яҡ ситкә китеп, мәжлестән сығып тороғоҙ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ
Әгәр ҙә иптәшегеҙ булһа, әҙәпле генә түбәндәгесә нәсихәт әйтегеҙ:  "Һәр кемдә бер төрлө кәмселек булыр, беҙҙең кәмселегебеҙ, бәлки, тағы ла артыҡтыр". Әгәр ул һеҙҙән кесе булһа, шәфҡәтле генә ҡаршы килегеҙ. 
Ҡолаҡтарҙы, бигерәк тә йоҡонан торғас, таҙа һыу менән йыуығыҙ, уны туҙан оялатып, бысраҡ йөрөүҙән һаҡлағыҙ.
Ҙур, ауыр алҡалар аҫып, ҡолаҡтарҙы боҙмағыҙ йә бөтөнләй таҡмағыҙ. Кәрәкмәгән ваҡытта ҡолаҡтарҙы һауа инмәҫлек итеп  ҡалын шәл менән урап ултырмағыҙ.
Ҡолаҡҡа зарарлы булған өсөн көслө тауыштарҙан мөмкин тиклем йыраҡ тороғоҙ. Зарур булмағанда йә табип ҡушмағанда ҡолаҡтарға мамыҡ тултырып йөрөмәгеҙ.
 
(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ)
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: