Танау һөртөү өсөн янығыҙҙа ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ. Кеше ҡулъяулығын тотонмағыҙ.
Ашаған ваҡытта танау һөртөргә кәрәк булһа, башығыҙҙы бер яҡ ситкә бороғоҙ. Тауышһыҙ ғына һөртөгөҙ.Ҡулъяулыҡты әҙәм күҙе алдында тотмағыҙ. Сөскөргәндә лә ошолай эшләгеҙ.
Һауала осоп йөрөгән микробтар инеп урынлашмаһын өсөн, тәһәрәт алғанда, бигерәк тә ғөсөл ҡылғанда танауығыҙҙы яҡшы йыуығыҙ һәм ялҡауланмай таҙартығыҙ.
(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВ)